Йәй баштары. Беҙ, Ҡайраҡлы ауылынан - Ишмырҙа, Аҡсуранан синыфташым - Әмир һәм мин, Абдулла ағайҙарҙың өйө алдындағы эскәмйәлә, төшкөлөккә яҡынлаған ҡояш нуры аҫтында ләззәтләнеп, көлөшә-көлөшә, гәп һатып ултырабыҙ. Урамда бер кем дә юҡ. Шуғамы икән, ғәҙәттәгесә, урамға түгел, ә кәртә артында күккә олғашып торған бейек Олотауға ҡарап ултырып алғанбыҙ. Тау уртаһындараҡ сусайып торған ҙур ҡара таш аҫтында, бәрәсен эйәртеп, бер кәзә тыныс ҡына үлән уртлап йөрөй. Бәрәсе бер-ике аҙналыҡ ҡыналыр, сөм ҡара йөнө ҡояшта ялтырап тора, эй, һикерә, эй, уйнаҡлай. Ҡарап ултырыуы бер кинәнес.
Шулай ярты сәғәт тирәһе ултырғанбыҙҙыр. Бер ваҡыт әсе итеп йән әрнеүе менән баҡырып ебәргән кәзә тауышына һиҫкәнеп, нимә булды икән тип, һикереп торһаҡ, күҙ алдыбыҙҙа бер бүре, теге кәзә бәрәсен тешләп, һыртына һалып, тауға сабып менеп бара. Ҡасан, нисек килгәндер был бүре? Бәрәстән күҙҙе алмаған беҙ нисек күрмәй ҡалғанбыҙҙыр? Бер ни аңламаған көйө, һайғау менән генә кәртәләнгән картуфлыҡ аша осоп сығып, ҡысҡыра-ҡысҡыра, баҫтырған булдыҡ. Ҡайҙан ҡыуып етәһең инде йыртҡысты... Кәзә, бахыр, бүре тауҙы артылып киткәнсе, яу һалып, артынан баҫтырған булды.
Йыл һайын радио, телевидение аша, алама сепрәккә төрөп, ҡый һауытына, ҡышын һыуыҡ подъездарҙың бетон иҙәнендә ҡалдырып кителгән сабыйҙар хаҡында, әсендереп, йәлләтеп һөйләп торалар. Шуларҙы ишетһәм, бәрәсен урлаған бүрене тауҙы артылғансы баҫтырған әлеге кәзә күҙ алдыма килә лә баҫа, килә лә баҫа. Кеше исемен тағып йөрөгән шул әҙәм аҡтыҡтарында шул хайуандыҡы тиклем дә әсәлек хисе юҡмы икән ни?
Ҡышҡы каникул осоро булғандыр. Һөйөндөк, Мәхмүтйән, мин - өсәүләп, саңғыла селек менән тубылғы баҫҡан тау битенә яйлап ҡына менеп барабыҙ. Көн ҡояшлы, күктә болоттоң әҫәре лә юҡ. Ҡарап тороуға көн матур күренһә лә, әсе ел битте өтөп алып бара. Шуға, ауыҙҙы бейәләй менән ҡаплап йәки ел аҫтына боролоп, һаңғырауҙар кеүек ҡысҡырып һөйләшәбеҙ.
Бер ваҡыт артыма әйләнеп ҡараһам, Һөйөндөк, ымлап, миңә нимәлер аңлатырға тырыша. Ул төртөп күрһәткән яҡҡа күҙ һалһам, ап- аҡ ҡарға күмелгән тубылғы өйөмө аҫтындағы өшәләктән ике ҡап-ҡара күҙ, йызлап, беҙҙе күҙәтә. Алдан барған Мәхмүтйән бер нәмә лә күрмәй, нимәлер һөйләп, көлә-көлә, уның өҫтөнә менеп бара. Мин, ымлап торорға ваҡыт ҡалмағанын аңлап: “Мәхмүтйән, алдыңда ғына өшәләктә ҡуян ята, ҡола өҫтөнә!” - тип ҡысҡырып та өлгөрмәнем, ҡуян, һикереп тороп, алғы аяҡтары менән Мәхмүтйәнде йыға төрттө лә тау башына сабып менде лә китте. Үрғуян булған икән. Йөҙ метрҙай күтәрелгәс, таубашынан беҙҙең Мәхмүтйәнде торғоҙоп, ҡаҡҡылағанды оҙаҡ итеп ҡарап ултырҙы әле ул.
Ышыҡ урынымдан ҡуҙғаттылар, тинтәк малайҙар, тинеме икән...
Ә һеҙ, ҡуян ҡурҡаҡ, тигән булаһығыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һәр кемдең ғүмеренең иң күңелле, иң вайымһыҙ, иң гүзәл мәлендә – бала сағында ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ваҡиғалар күп була. Әйҙәгеҙ әле һеҙ ҙә балалыҡтың ҡыҙыҡтары, көлкө хәлдәре тураһында бәйән итеп, журналыбыҙҙа барған "Мажаралы бала саҡ" конкурсына хаттар, фотолар ебәрегеҙ. Ололар ҡушылһа ла ярай – йәш сикләүҙәре юҡ. Ҡыҙыҡлы яҙмаларҙың авторҙары “Аманат”тың Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк!