Мәңгелек ут яна. Ялҡындары
Ялмап йота ауыр тынлыҡты.
Мәңгелек дан йырлай, әйтерһең дә,
Әйткән кеүек: "Онотмағыҙ батырлыҡты!"
Мәңгелек ут яна. Осҡондары
Һәр һалдаттың тормош хәтирәһен
Тыныс ҡына беҙгә һөйләйҙәр.
Онотолмаҫ халыҡ телендә !
Икһеҙ-сикһеҙ беҙҙең рәхмәтебеҙ
Дөрләп янһын йөрәк түрендә!
Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.