-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Февраль 2020, 13:42

Рәхмәт Һеҙгә, Ветерандар!

Биргән интервьюһында немец ҡыҙы Дора Насс, совет һалдаттарына ғүмер буйы рәхмәтлебеҙ, ти.

Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ өсөн бик уңайһыҙ һәм ауыр шарттарҙа башланып китә, сөнки илебеҙ һуғыш көтмәй, ә дошман аңғармаҫтан яуыздарса һөжүм итә. Ауылдағы барлыҡ ир-егеттәр фронтҡа китә. Тылда, йәғни ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар ғына ҡала. Улар колхоз баҫыуҙарында, заводтарҙа станок арттарында ал-ял белмәй эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, мәктәптәге уҡыуҙар өҙөлөп ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы афәте илдә йәшәгән һәр ғаиләгә ҡағыла. Был ҡурҡыныс алышта 26 миллион 549 мең совет кешеһенең ғүмере өҙөлә. 22 июндә бөтә республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, минең ҡартайым, Абдулғужин Бәхтийәр,8-се класта уҡыған була. 1942 йылдың ғинуар айында ҡартайымдың атаһын армияға алалар. Алкин лагерында бер ай уҡыуҙа булғас, уны фронтҡа ебәрәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ,ҡартайымдың атаһы Смоленск фронтында март айында снаряд шартлағанда һәләк була, ә үлеүе тураһында хәбәре бары тик август айында ғына килә. Ҡартайымдан башҡа биш бала атайһыҙ етем ҡала. Барлыҡ ауырлыҡтар әсәһе менән ҡартайым елкәһенә төшә.
8-се класты тамамлағас, ҡартайым уҡырға барып тормайынса колхозға ат ҡарарға эшкә инә. Сөнки ғаилә ҙур һәм биш кешенең тамағын туйҙырырға кәрәк. Шуға күрә ул бер йыл буйы иртәнге сәғәт биштән алып киске эңер төшкәнсе ат ҡарай. Ә йәй көнө ашлыҡ үҫтереүҙә, бесән эшендә ҡатнаша. Уға башҡа уҡыу эләкмәй . Ул ғүмере буйы тыуған колхозында эшләп , пенсияға сыға. Үҙе лә ете балаға өлгөлө атай булып ,ҡәҙер- хөрмәттә йәшәй .
Ҡартайым Берлинға тиклем барып еткән. Ул һуғыш тураһында һөйләргә яратмай . 90-сы йылдарҙа үҙгәртеп- ҡороуҙар башланғас, ил сиге асыла һәм Бәхтийәр ҡартайымды немец ҡатыны Дора Насс эҙләүе билдәле була. Ул 50-се йылдарҙан уҡ уны эҙләй , әммә ул ваҡытта сит ил граждандары менән аралашыу мөмкинселеге булмай. Шуға күрә ул олатайымды таба алмаған. Олатайым 80-се йылдарҙа мәрхүм була . Улар Мәрйәм инәйем менән биш ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләйҙәр. Колхозда төҙөүселәр бригадаһын етәкләй.
Ҡартайым 1942 йылда 18 йәшендә генә һуғышҡа алына . Варшаваны ,Берлинды азат итеүҙә ҡатнаша . Еңеү яҙын Берлинда ҡаршылай. Берлин өсөн һуғыш ҡаты була ,еңелеп барған фашистар һәр урам ,һәр тыҡрыҡ өсөн аяуһыҙ һуғышалар. Ябай халыҡ ике уртала тороп ҡала . Ҡайһы бер совет һалдаттары уларға ҡарата ҡатылыҡ күрһәтә . Шуға улар совет һалдаттарына ҡурҡып ,шикләнеп ҡарай . Ҡартайым бер немец ғаиләһен бәләнән һаҡлап алып ҡала . Ҡыҙҙары Дораға үҙенең фотоһын бүләк итә . Унда , Абдулгужин Борис , тип яҙылған була. Ошо иҫтәлеккә бирелгән фото аша немец ҡатыны һуғыш осоронда ярҙам ҡулы һуҙған совет һалдатын эҙләй ҙә инде . Совет һалдаттары тураһында төшөрөлгән фильм өсөн биргән интервьюһында Дора Насс, совет һалдаттарына ғүмер буйы рәхмәтлебеҙ, ти.
Үрге Муйнаҡ ауылынан данлыҡлы 112-се атлы дивизияла хеҙмәт итеүселәр бар . Ғәйнизаров Зәбихулла Әхмәҙулла улы һәм Дауытов Ғилмитдин Әхмәтдин улы дәһшәтле һуғыш юлын ошо данлыҡлы дивизияла үтә. Ғәйнизаров Зәбихулла Әхмәҙулла улы һуғыштан яраланып ҡайтҡас Муйнаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен етәкләй. .Дауытов Ғилмитдин Әхмәтдин улы етештереү өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыға . Уларҙы һәр ваҡыт мәктәпкә уҡыусылар менән осрашыуҙарға саҡырып ,хөрмәт итеп торалар .
Бөйөк Ватан һуғышына Үрге Муйнаҡтан 184 яугир китә .Шуларҙың яртыһынан күберәге яу яландарында ятып ҡала .Күптәре яраланып ҡайтып ,ауыр яраларҙан йән бирә. Һуғыштан сынығып ҡайтҡан яугирҙар колхозды күтәреҙә ,ауылды аяҡҡа баҫтырыуҙа фиҙәкәрлек күрһәтә .
Тылда ҡалған ҡарт-ҡоро , бала-саға ,ҡатын-ҡыҙҙар ауыр һынауҙы көсһөҙ генә иңдәрендә күтәрәләр . Йылайырҙа ағас ҡырҡыуҙа ла ҡатнашалар. ФЗО бөтөп ҡайтып тракторға ла ултыралар .Шуларҙың береһе - Миңһылыу Хәмиҙуллина . Тормош иптәше һуғыш ветераны Хәмиҙуллин Йәләлитдин менән ун балаға ғүмер биргән герой әсә лә ул.
Илем,һинең сикһеҙ киңлектәрҙә
Күкрәп үтте һуғыш дауылы.
Ун дәүләтте һындырырлыҡ ине,
Бер үҙеңә төшкән ауырлыҡ.
Ысынлап та,халыҡтың берҙәмлеге,ҡыйыулығы,илһөйәрлеге ошо оҙайлы һәм ҡатмарлы һуғышта илебеҙгә еңеү алып килгән.
Эйе, алып килгән.Әммә,Еңеү еңел генә бирелмәгән.Атай-олатайҙарыбыҙ фашистың бысраҡ табаны изге еребеҙҙе тапамаһын,әсәләрҙең,балаларҙың күҙ йәштәре бушҡа түгелмәһен өсөн йән аямай көрәшһә, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар,ҡарт-ҡоролар,үҫмер балалар ошо яугирҙәр өшөмәһен,асыҡмаһын тип,арымай-талмай ,көн-төн йоҡламай иген иккән,һабан һөргән,ураҡ урған,үҙҙәренең сибек кенә иңенә төшкән ауырлыҡты күтәрә алған..
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй! Эйе , ауылыбыҙҙа һуғыш ветерандары ҡалмаған инде . Шулай булыуға ҡарамаҫтан ,беҙ, уларҙың ейәндәре, ветеран олатайҙарыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе күңел түрендә һаҡлайбыҙ ,улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ !Тыуған илебеҙҙе улар кеүек һөйөрбөҙ , кәрәк булһа, һис икеләнмәй,аяу белмәй һаҡларбыҙ! Рәхмәт һеҙгә, Ветерандар !
Римма ӘБДЕЛҒУЖИНА, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Етәксеһе — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы
Читайте нас: