-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2020, 18:45

Тәүге сирҡаныс

"Мажаралы бала саҡ" конкурсына Фәрит Әхмәровтан:Атайым, ғүмере буйы балалар уҡытһа ла, һүҙгә әүәҫ булманы. Яндырайлығы бар ине былай. Әммә бер ваҡытта ла беҙгә, балаларына, ҡул күтәрмәне. Өрлөк егендә селек тә элеүле торманы. Шулай ҙа миңә бер тапҡыр әсе генә эләкте…

Май айының ялтылдап торған ҡояшлы, әммә һалҡын елле бер көнө. Ял булдымы икән, ниңәлер уҡыуға барманыҡ. Төш етеп килгәндә Һаҡмар буйына төштөм. Боҙ киткәнгә арыу уҡ ваҡыт үтһә лә Һаҡмар йәйге кимәленә төшөп етмәгән, ярһып, сәсрәп ағып ята. Йәйен өҫтөнә менеп рәхәтләнеп уйнаған Һелкәүес исемле таш та күренмәй. Ни эшләргә белмәй яр буйлап йөрөп ята инем, ҡапыл эргәмә әллә ҡайҙан Рәхимйән килеп сыҡты.
– Иртәгә 9 Май, Еңеү көнө бит. Әллә оло байрамды билдәләп һыу төшөп сығайыҡмы? – тине Рәхимйән, тора биргәс.
– Һыуыҡ та инде, – тинем, аптырай биреңкерәп.
– Булһын. Сумабыҙ ҙа сығабыҙ. Уның ҡарауы, беҙ иң беренсе булырбыҙ.
– Әйҙә һуң… – тинем мин ыңһарлап ҡына.
– Балыҡ селбәрәләре ғошап*, һыуы бәкәлгә лә етмәгән ерҙә шапылдап ятмайбыҙ инде, киттек үргәрәк – Атбаҫҡанға, – тине лә дуҫым эре-эре аҙымдар менән Һаҡмар буйлап өҫкә атланы.
Атбаҫҡанға етмәҫ элек туҡтаны ла:
– Эй, ҡайҙа ла барыбер инде. Атбаҫҡан ташы әллә һыуҙан сыҡҡан, әллә юҡ. Әйҙә, ошонда төшәйек тә ҡуяйыҡ.
Йән-яҡҡа күҙ һалабыҙ – бер кем дә юҡ. Рәхимйән тиҙ-тиҙ генә сисенде лә, кейемдәрен ҡоро таш өҫтөнә һалып, шаптыр-шоптор һыуға төшөп тә китте.
Мин, кейемемде сисеп, һыу ситендә сирҡаныс алырға ҡурҡып торам. Һыу буръяҡ, лыс күбек, ниндәйҙер ағас ботаҡтары, ағас ҡайрылары йөҙөп үтә. Әсе ел елеккә үтә. Ни тиклем оҙағыраҡ баҫып торһаң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була барғанын тойоп, мин дә һыуға атланым. Шап-шоп килеп, бер-ике сумдым да, дер-дер ҡалтырап, мәтеле ярҙа тая-тая, кейемем янына йүгерҙем. Килеп етеп, күҙемде күтәрһәм, шыйыҡ тал тотоп, алдымда атайым баҫып тора.
– Шунан, күңелең булдымы? Тинтәктәр! – тип, арт яғыма берҙе һыҙырҙы ла: – Өйгә ҡайт, тиҙерәк! – тип, әйләнеп китеп тә юғалды.
Күҙ асып йомған арала булған был ваҡиғаны Рәхимйән күргәнмелер, юҡмылыр, мин белмәйем. Артҡа әйләнеп ҡарар хәлдә түгел инем. Таш өҫтөндә ятҡан кейемдәремде унан-бынан эләктерҙем дә баш һуҡҡан яҡҡа тотоп йүгерҙем. Атайым алдында түгел, бөтөн хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған тура һүҙле, әсе телле Рәхимйән алдында оят ине миңә. Артымдан ҡарап:
– Дә-ә-ә, һаман ата-әсәһе ҡуйынынан сыҡмаған икән әле был малай! – тип, көлөп ҡалған кеүек тойолдо миңә.
– Ҡайҙан ғына килеп сыҡтың инде һин, атай! Һыу буйында бер кем дә юҡ ине лә баһа. Кем күргән? Кем ошаҡланы? – тип ярһый ине ун икеһе менән барған малайҙың кескәй йөрәге.
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Ләйлә Ғаянова һүрәте.
Читайте нас: