+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Март 2020, 21:23

Мостай Кәримдең юбилейына арналған конкурстарға йомғаҡ яһалды

“Аманат” журналы, Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр конкурстары иғлан иткәйне.

Бәйгенең беренсе өлөшөнә 2019 йыл башында йомғаҡ яһалғайны.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында бәйгенең икенсе өлөшөнә лә йомғаҡ яһаныҡ. Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән тәбрикләнек! Уларға Маҡтау билдәләре, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова, “Аманат” журналынең баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин тәбрикләне, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт конкурсы еңеүселәре:
Альмира Ҡаҙаҡбаева, Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыһы – 1-се урын;
Вәсилә Хәкимова, Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы – 2-се урын;
Нәркәс Сафетдинова, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы – 2-се урын;
Арыҫлан Ҡотлобаев, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы – 3-сө урын;
Йәмил Сәйҙәлиев, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы – 3-сө урын;
Нәсимә Нәбиуллина, Әбйәлил районының Яңы Балапан мәктәбе уҡыусыһы – 3-сө урын.
Дәртләндерелеүселәр:
  1. Әмирә Шәрәфетдинова, Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
  2. Зарема Таһирова, Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
  3. Зилиә Таһирова, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы;
  4. Лилиә Бикбулатова, Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы;
  5. Нәркәс Вәлиева, Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡыусыһы;
  6. Нурислам Мөхәмәтйәнов, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыһы;
  7. Регина Ғәлиева, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
  8. Руслан Хисмәтуллин, Баймаҡ районың 1-се Этҡол мәктәбе уҡыусыһы;
  9. Фәнзил Мортазин, Баймаҡ районының Байыш мәктәбе уҡыусыһы;
  10. Эльвина Аҫылбаева, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыһы.
  11. “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе еңеүселәре:
    1. Алмас Абдрахманов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы уҡыусыһы;
    2. Алһыу Мәснәүиева, Асҡын районының Ҡашҡа мәктәбе уҡыусыһы;
    3. Динә Сәлихова, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы;
    4. Сөмбөл Йосопова, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусыһы.
    5. “Башҡортостан беҙҙән башлана”, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурстары 2020 йылда ла дауам итә. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Йыл аҙағында шулай уҡ еңеүселәребеҙҙе иғлан итәсәкбеҙ. Ижади бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
      фото: Рәзил Бикбулатов
      Башҡа фотолар: https://vk.com/album-41010454_269450928
      Читайте нас: