+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Апрель 2020, 23:41

Хыялый

Ғафури­ районында ­тыуған ­ауылым­ Сәйетбабаның­ ҡап­ уртаһынан­ ағып­ ятҡан­ Өйә­ йылғаһы­ беҙҙән ­йыраҡ­ түгел,­ йә­ ҡаҙ ­ҡыуырға, ­йә ­һыу­ ташырға ­тип, ­унда ­көнөнә ­әллә­ нисә ­барып ­урайым­ –­ эшкә ­яраған ­ун­ бер­ йәшлек ­ҡыҙыҡаймын.­ Бер­ көндө­ лә­ шулай,­ көйәнтәмә­ ыҡсым­ күнәгемде­ аҫып,­ ялан­ аяҡҡа­ ғына­ галош­ эләктереп,­ һыуға­ сыҡ­тым.­ Әсәйемдең­ колхоз­ сөгөлдөрөнән ­бушап­ торған­ сағы,­ урамға­ ҡараған­ тәҙрә ­төбөндә­ шәл­ бәйләп­ ултыра.­ Ул­ бәйләменә­ ҡарамай­ ҙа,­ ҡулы­ эшләй,­ ә ­күҙе ­–­ тышта.­ Миңә,­ тиҙ йөрө,­ тигәнде­ ишаралап,­ тәҙрә ­сиртеп­ ҡалды.

Галошымды ­сисеп,­ йылғаның ­уртаһынан,­ та­ҙараҡ ­ағымдан,­ һыу­ алдым ­да, ­юрғалап­ ҡайтып ­киттем.­ Бәй,­ әсәйем ­тағы­ тәҙрә сиртә,­ бармағы­ менән­ аяҡтарыма­ төртөп­ күрһәтә:­ галоштарым­ яр­ буйында ­тороп­ ҡалған ­даһа! ­Күнәктәремде­ йәшелсә­ баҡсаһындағы­ мискәгә­ бушаттым­ да­ ҡабат­ киттем­ һыуға. ­Барһам,­ арыраҡ,­ йылғаның­ иң­ сөм бөгөлөндә, ­тиҫтер ­ҡыҙҙар,­ сыр-сыу ­килеп, ­һыу­ инә.­ Көйәнтә-күнәктәремде­ бер­ ситкәрәк­ туғарҙым­ да,­ теге ­галоштарымды­ ла ­шул ­тирәгә­ ҡуйып, ­йүгерҙем ­бөгөлгә.­ Йөҙөргә­ яратам ­мин! ­Иң­ аҙаҡҡа­ ҡалып,­ ҡайтырға­ йыйындым.­ Әсәйем­ әйтмешләй, суҡышым-­тәпәйем­ күгәргәнсе­ йөҙгәнмен,­ һыуҙан­ сыҡҡас­ ҡалтыранып­ өшөргә­ тотондом,­ күлдәгемде ­кейеп ­тә­ тормай,­ түшемде ­ҡапланым­ да­ оздойҙом ­өйгә, ­дөрөҫөрәге ­аласыҡҡа,­ унда­ көнө­ буйы­ усаҡта­ ут­ яна,­ өләсәйем ­ҡорот­ ҡайната,­ аш­ бешерә…
Ай,­ әсәйем­ тағы ­ла ­ҡаты­ итеп ­тәҙрә­ сиртте.­ Был­ юлы ­галошым ­ғына­ түгел,­ көйәнтә-­күнәктәрем­ дә­ ярҙа­ ятып­ ҡалған­ шул!­ Улай­ ҙа­ аласыҡҡа­ инеп,­ әҙерәк­ йылынып, күлдәгемде ­рәтләп ­кейеп,­ гелән­ ҡайнап­ ҡына­ ултырған­ еҙ­ самауырҙан­ сәй­ яһап­ эсеп ­алдым. ­Үҙем ­өй­ ишеге ­яғынан ­күҙемде ­алмайым:­ әсәйем,­ сығырынан­ сығып,­ балтырыма­ шыйыҡ­ сыбыҡ­ менән­ берҙе­ эләктерергә­ лә­ күп­ һорамаҫ…
Өсөнсөгә­ тороп ­саптым­ Өйә ­буйына.­ Был ­юлы­ галоштарымды­ кейеп­ үк­ керҙем­ йылға­ уртаһына­ –­ кәртәгә­ кейҙереп­ киптерермен­ әле.­ Тәҙрә­ янынан­ үтешләй,­ әсәйемә­ күҙ һалдым:­ аптыраттың,­ ҡыҙым,­ тигәндәй, ­баш ­сайҡап ­ултыра.
Күнәктәремде ­бушатҡас,­ аласыҡта ­өләсәйемә­ арлы-бирле­ ярҙам­ итештем­ дә­ өйгә­ индем.­ Шул­ арала­ әсәйемдең­ әхирәте­ Мәғүҙә­ апай­ килгән,­ сөкөрләшеп­ һөйләшеп ултыралар.­ Мине­ һөйләйҙәр.­ Әсәйем­ әйтә:
–­ Уф,­ ошо ­баланы!­ Иҫәр, ­тиһәм,­ яҡшы ­уҡый,­ гел­ бишле­ алып­ ҡайта­ мәктәптән.­ Иҫәр­ түгел,­ тиһәм,­ иҫен­ юғалтып­ йөрөй­ ҙәһә!­ Уҡытыусыһы­ ла­ килешкән,­ шиғыр­ яҙҙыртҡан­ булып,­ баланың­ башын­ ҡатыра.
­
– Кит,­нишләп­ иҫәр ­булһын,­ хыялый,­ тип­ әйт­ әле, ­исмаһам,­– ­тине­ Мәғүҙә­ апай,­ әсәйемде ­йыуа­тып…

Гөлнур ЯҠУПОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Читайте нас: