-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Май 2020, 17:12

"Аманат" журналында нисә конкурс бар?

Дуҫтар! Был яҙманы үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә күсереп алығыҙ. Бында беҙ журналыбыҙҙа ниндәй конкурс бар - шулар тураһында мәғлүмәтте бер урынға туплап, бирҙек.

Журналыбыҙҙа әлеге ваҡытта 12 конкурс үткәрелә. Уларҙың күбеһе йыл аҙағына тиклем дауам итә.
1. "Ай, һылыу!" конкурсы. Журналдың тышында фотоңды күргең киләме? Улайһа беҙгә сифатлы, битте ҡапламай ғына төшкән фотоңды ебәр. Фото аҫтына үҙең тураһында бер аҙ мәғлүмәт яҙырға онотма (исем, фамилия, ҡайҙан, нисәнсе класта уҡыйһың ҡаҙаныштарың, яратҡан шөғөлөң һ.б.). Конкурсҡа йомғаҡ киләһе ғинуар башында яһаласаҡ һәм еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы журнал тышын биҙәйәсәк. Һылтанма: https://vk.com/topic-41010454_33412024
2. "Оҙонсәс" конкурсы. "Оҙонсәс" конкурсы әлеге ваҡытта интернет-төркөмөбөҙҙә дауам итә. Һеҙҙән оҙон сәсегеҙҙе күрһәтеп төшкән сифатлы фотоһүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Конкурс киләһе йылдың март айында тамамлана һәм еңеүсе оҙон сәсле һылыуҙың фотоһы журналдың март һаны тышлығында сығасаҡ!
Былтыр, унан алдағы йылдарҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар ҙа "Оҙонсәс"тә ҡатнаша ала. Фотоларығыҙҙы ошонда ебәрегеҙ: https://vk.com/topic-41010454_40098281
3. "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2020 йылдың 2-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, бында күрһәтелгән һәм журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып, йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ! Уларҙы фотоға төшөрөп тә ебәрә алаһығыҙ - тиҙерәк булыр.
Ҡиммәтле бүләктәр – электрон китап, акустик система, мобиль аккумулятор, һауыт-һаба йыйылмаһы һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре, шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана), волейбол, футбол туптары һәм шахмат-шашка уйындары йыйылмаһы һеҙҙе көтә!
4. "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһенә һеҙ ижад иткән шиғырҙарҙы, ә "Ижад ҡомары" сәсмә әҫәрҙәр конкурсына - инша, нәҫер, хикәйә, әкиәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе беҙ йыл аҙағында билдәләйбеҙ һәм уларға Маҡтау билдәләрен, билдәле әҙиптәрҙең автографлы китаптарын инселәйбеҙ. Ижади эштәрегеҙҙе беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмдөң диуарына ебәрергә мөмкин: https://vk.com/amanatrb.
5. "Игеҙәктәр - ғаиләлә биҙәктәр" конкурсын беҙ, төркөмөбөҙҙә тауыш биреү һөҙөмтәһенә ҡарап, артабан дауам итергәме, юҡмы икәнен хәл итербеҙ, тигәйнек. Күптәр "булһын" тигәс, ҡалдырҙыҡ. Моғайын, таныштарығыҙ араһында игеҙәктәр барҙыр. Уларҙы фотоға төшөрөп, бәләкәй генә мәҡәлә яҙып, "Игеҙәктәр - ғаиләлә биҙәктәр" конкурсына ебәрегеҙ! Игеҙәктәр тураһында мәҡәләләр "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмдә, йәки [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.
Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың декабрь һанында донъя күрәсәк.
6. "Еңеү еңел бирелмәне" конкурсына беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовик-яугирҙар, “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тип, һуғыш ваҡытында тылда алһыҙ-ялһыҙ эшләгән хеҙмәт ветерандары тураһындағы мәҡәлә, шиғыр, һүрәттәрегеҙҙе ҡабул итәбеҙ. Эштәрегеҙҙе am[email protected] электрон почтаһына, шулай уҡ "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмгә ебәрергә була.
Иң уңышлы эштәр журналда баҫылып, беҙҙең сайт һәм интернет-төркөмдәребеҙҙә донъя күреп барасаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһаласаҡ.
7. "Мажаралы бала саҡ" конкурсында олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша ала. Кескәй саҡта булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бәйән итеп, беҙгә ебәрһәгеҙ, бик шәп булыр ине! Ҡыҙыҡлы яҙмаларҙың авторҙары “Аманат”тың Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.
8. "Оҫтахана" конкурсына ҡатнашыу өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә һалырға, йәки электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Конкурстың да темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта – шуны эшләй.
Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла һәм уға йомғаҡ йыл аҙағында яһала.
“Аманат” журналы мөхәрририәте эштең үҙенсәлегенә, оҫталығына, “лайк”тарҙың күплегенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүселәр исемлеге һәм уларҙың ижади эштәре журналда 2021 йылдың ғинуар һанында баҫыласаҡ.
Еңеүселәр “Аманат” журналының фирма сәғәте һәм Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.
9. "Мин донъяны һүрәтләйем" һүрәттәр конкурсына матур-матур рәсемдәрегеҙҙе көтәбеҙ. Бәйгегә килгән һәр һүрәт беҙҙең сайтта донъя күрә. Ә иң сағыу, күркәм эштәрҙе беҙ журналыбыҙҙа баҫып сығарабыҙ. https://vk.com/topic-41010454_29746848. Еңеүселәргә йыл аҙағында Маҡтау билдәләре ебәреләсәк.
10. "Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсында ҡулында камера булған һәр бала ҡатнаша ала. Һүрәттәр конкурсындағы кеүек үк, редакцияға килгән бөтөн фотолар ҙа беҙҙең сайтҡа ҡуйыла. Иң уңышлы тип табылғандары журналыбыҙҙың тышҡы битендә донъя күрә. https://vk.com/topic-41010454_29694409.
11. "Вайн һайын" конкурсы әле яңыраҡ ҡына старт алды. Иң ҡыҙыҡлы, осҡор, мәғәнәле вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла, Инстаграмдағы сәхифәлә лә донъя күреп килә. Уларҙың авторҙарына “Аманат”тың Маҡтау билдәләрен һәм иҫтәлекле бүләктәр инселәйбеҙ. Конкурс йәй аҙағына тиклем бара.
Күреүебеҙсә, журналда йыл әйләнәһенә ундан да кәм булмаған конкурс бара. Әйҙәгеҙ, әүҙем генә шуларҙа ҡатнашайыҡ!

Читайте нас: