+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Июль 2020, 13:56

“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәре билдәләнде! Ҡотлайбыҙ!

“Аманат” – иң күп конкурс-бәйгеләр үткәреүсе республика баҫмаһы тиҙәр. Эйе, әлеге ваҡытта “Аманат”тың биттәрендә һәм Интернеттағы төркөмдәрендә бер юлы 12 төрлө конкурс һәм уйын бара.

“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәре билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!
“Аманат” – иң күп конкурс-бәйгеләр үткәреүсе республика баҫмаһы тиҙәр. Эйе, әлеге ваҡытта “Аманат”тың биттәрендә һәм Интернеттағы төркөмдәрендә бер юлы 12 төрлө конкурс һәм уйын бара. Бихисап ҡиммәтле һәм иҫтәлекле приздар уйнатылған был бәйгеләрҙә бик күп уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша.
2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, “Аманат” журналының “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән тоҡлап хаттар алдыҡ, айырыуса Ғафури һәм Бөрйән райондарынан.
Кемдәр был исемлектә үҙенең исем-шәрифтәрен күрмәй, уларҙы бәйгелә еңә алманыҡ тип, ҡайғырмаҫҡа, бирешмәҫкә саҡырабыҙ. Сөнки “Аманат” – үҙе генә лә оло бүләк бит! Һеҙҙе сентябрь айынан бәхетегеҙҙе тағы ла һынап ҡарарға өндәйбеҙ.
2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, еңеүселәр исемлеге:
Бөрйән районының Байназар ауылынан Сәлимә Дәүләтшинаға – мобиль аккумулятор;
Шишмә районының “Алкино” ауылынан Ильяс Ғәзизовҡа – акустик система;
Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылынан Айназа Ямаловаға – электрон китап;
Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан Лиза Беловаға,
Баҡалы районының Таҡтағол ауылынан Ләйсән Бәхтиеваға,
Белорет ҡалаһынан Рөстәм Нәбиуллинға – “Аманат”тың фирма сәғәттәре.
Ейәнсура районының Сирғол ауылынан Абдуллахан Аҙнағоловҡа – һауыт-һаба йыйылмаһы;
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Нургөл Ҡансуринаға,
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Урал Ҡолдәүләтовҡа,
Ғафури районының Оло Үтәш ауылынан ауылынан Розалия Таһироваға,
Нуриман районының Иҫке күл ауылынан Ләйсән Шаһиеваға,
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Линара Шаһморатоваға,
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Рәсилә Ғарифуллинаға,
Баймаҡ районының Күсей ауылынан Нәркәс Үтәғоловаға,
Ишембай районының Әхмәр ауылынан Искәндәр Таһировҡа,
Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан Айгизә Йәнешеваға,
Белорет районының Шығай ауылынан Лилиә Бикбулатоваға,
– “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары.
Ғафури районының Юлыҡ ауылынан Алмас Яҡшыбаевҡа;
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Нурзилә Сафиуллинаға – туп.
Ғафури районының Бурлы ауылынан Артур Садиҡовҡа – шахмат.

Еңеүселәребеҙҙе ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ!
Сентябрь айында “Яҙыл да бүләк от!” уйыны тағы ла иғлан ителәсәк. Журнал эсендә “Аманат”-2020” тип билдәләнгән купондар ҙа баҫыла башлаясаҡ. Был “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарт. Шуның өсөн “Аманат”ҡа июлдә яҙылып ҡалһағыҙ, августан журнал өйөгөҙгә килә башлаясаҡ. Ашығығыҙ! Купонһыҙ, “Аманат”һыҙ ҡалып ҡуймағыҙ! 2020 йылдың ҡалған биш айына яҙылыу хаҡы – 291 һум90 тин. Шулай уҡ RBSMI.RU сайтында ла журналдың электрон вариантына яҙылырға мөмкин. Индексыбыҙ – П2706, П3396.
"Аманат"ҡа яҙылығыҙ! Конкурстарыбыҙҙа ҡатнашығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!
Читайте нас: