Атайымдың тәмәке тартҡанын бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Әсәйемдең кемгәлер: “Һуғыштан ҡайтҡанда тартыштыра ине, аҙаҡ, үпкә сире менән ауырып алғас, ташланы”, – тигәне иҫемә һеңеп ҡалған. Бер атайым ғынамы икән? Хәҙер иҫләп ҡарайым да, ул йылдарҙа беҙҙең ауылда тәмәке тартыусылар булдымы икән әле, тип тә уйлап ҡуям. Булғандыр, тартҡандарҙыр, сөнки магазин кәштәһендә махорка, “Казбек”, “Беломорканал” кеүек тәмәкеләр ятҡаны хәтеремә һеңеп ҡалған. Тартһалар ҙа ипләп кенә, тәртипле генә итеп, бала-саға алдында күрһәтмәй генә тартҡандарҙыр. Тәмәке тартыу яман ғәҙәт итеп кенә түгел, ялҡаулыҡ, вайымһыҙлыҡ билдәһе итеп тә ҡабул ителде, шикелле, беҙҙең ауылда. Эшкә яйыраҡ ҡуҙғалған кеше хаҡында, ул ни тәмәке тартыуҙан бушамай, тигән һүҙ юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгәндер, тием.