Бейеүсенең буйы бәләкәй булһа ла ҡыйын икән ул
Ололар һөйләүенсә, мин бәләкәй саҡта асыҡ итеп бик иртә һөйләшә башлағанмын, үҙем шаян, бейергә әүәҫ булғанмын. Тәрбиәселәр мине осратһалар, балалар баҡсаһына йөрөгәндә булған бик күп мәҙәктәремде һаман да һөйләп, көлөп ала.
Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, бер байрамда концерт ҡуйҙыҡ. Ламбада бейейбеҙ. Буйға бәләкәй булғас, мин һәр ваҡыт иң артта тора инем. Бына, бер-беребеҙҙең биленә тотоношоп, бейеп йөрөйбөҙ. Бер заман минән алда торған ҡыҙ ысҡынған да ҡалған. Сылбыр өҙөлгәс, беҙ арыу уҡ артта тороп ҡалдыҡ. Мин аптырап торманым, ул ҡыҙҙы йүгертеп этеп алып барып ҡуштым да, артабан дәртләнеберәк бейеп киттем.
Икенсе байрамда ҡулсатыр менән бейенек. Күрше бүлмәлә әҙерләнеп торҙоҡ та, көй башланыу менән, минән алда торғандар теҙелешеп сәхнәгә сығып бөттө. Ә иң аҙаҡта торған минең ҡулсатыр ҙур булған да, ишеккә һыймай, торҙом да ҡалдым. Әсәйем мине, йә үсегеп, йә оялып сыҡмағандыр, тип уйлаған, ә мин ҡулсатырҙы саҡ бороп алып сығып, башҡаларға ҡушылып киттем.
Симешкә* менән тамаҡ туйҙырғанмын
Бер ваҡыт әсәйемде дауаханаға һалғандар. Мин өйҙә атайым менән ҡалғанмын. Атай мине балалар баҡсаһына алып килгән дә үҙе ҡайтып киткән. Балалар иртәнге аш ашағанда мин ашамай тик ултырғанмын. Тәрбиәсе ярҙамсыһы Рәсимә инәй: “Зарема аша, әллә атайың тамағыңды туйҙырып алып килдеме?” – тип һорағанға мин: “Эйе”, – тигәнмен. “Нимә ашатты?” – тигәс, эре генә: “Симешкә!” – тигәнмен.
Зарема ТАҺИРОВА. Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.