+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Август 2020, 14:24

Конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының экологик мәғрифәтселек бүлеге “Ҡырмыҫҡа иләүе” акцияһы сиктәрендә “Аманат” журналы менән берлектә “Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ” һәм “ Урман ярҙамсылары – ҡырмыҫҡалар” исемле конкурстар иғлан итә. Тулыраҡ - сайтта.

Ҡырмыҫҡаларҙы урман санитарҙары тип йөрөтәләр. Үҙҙәренең торлаҡтарын төҙөү өсөн ылыҫлы ағастарҙың энәләрен, ҡоро ағас ботаҡтарын, үлән һабаҡтарын ҡулланалар – һөҙөмтәлә урман таҙара.
Был урман санитарҙары тупраҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай – уны йомшарта, кислород менән байыта. Үлән орлоҡтарын алыҫ араларға таратып, урмандың үҫемлек япмаһын да киңәйтергә өлгәшә улар.
Ҡырмыҫҡаларҙың тағы бер файҙаһы – ҡарышлауыҡтарҙан һәм башҡа зарарлы бөжәктәрҙән урманды һаҡлауҙа. Бер көн эсендә генә бер ҡырмыҫҡа иләүенә бер нисә мең бөжәк ташыла, бер йылда был һан 20 млн.-ға етә. Уртаса ҙурлыҡтағы ҡырмыҫҡа иләүендә йәшәүселәр – 0,25, олораҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләр 1 гектарға тиклем урманды зарарлы бөжәктәрҙән азат итә.
Был бөжәктәр күс менән йәшәй. Күстә ҡырмыҫҡаларҙың һаны, төрҙәренә ҡарап, ун меңдән бер нисә миллионға тиклем етеүе мөмкин. Йылы илдәрҙә 1 гектар ерҙә 20 млн-ға яҡын ҡырмыҫҡа иҫәпләнә.
Донъяла ҡырмыҫҡаларҙың 12 меңләп төрө бар, күп төрҙәре тропиктарҙа таралған.
Был бөжәктәр яңғыҙ ғүмер итә алмай – уларға ундан да әҙ булмаған иптәш кәрәк. Ә иләүҙә иһә тормош көслө иерархияға ҡоролған, бар күс батшабикәгә буйһона. Ҡырмыҫҡалар өс кастаға бүленә: инә, ата һәм эшсе ҡырмыҫҡалар. Инә һәм ата бөжәктәр ҡанатлы булһа, эшселәре – ҡанатһыҙ.
Батшабикә күсте ишәйтә, йомортҡа һала. Уны 10–12 эшсе ҡырмыҫҡа тәрбиәләй, аҙыҡ ташый. Ғәҙәттә, улар – йәш ҡырмыҫҡалар. Һәр ҡырмыҫҡа башта – батшабикәне, һуңынан йомортҡаларҙы тәрбиәләү осорҙары аша үтә. Аҙаҡтан аҙыҡ эҙләүселәр, уны ташыусылар рәтенә күсә.
Ҡарт ҡырмыҫҡалар мәғлүмәт һаҡлаусылар булып иҫәпләнә, ҡайһы бер осраҡта иләү өҫтөндә күҙәтеүселәр булып хеҙмәт итә. Бөтөн эшсе ҡырмыҫҡалар ҙа инә булып һанала, ләкин улар түлһеҙ. Батшабикәнең 15–20 йыл йәшәүе мөмкин, эшселәр – 8–10 аҙна тирәһе. Ата ҡырмыҫҡалар тоҡом ҡалдырыуҙа ғына ҡатнаша һәм бер генә йәй йәшәй.
Ҡырмыҫҡаларға бәйле һынамыштар ҙа күп. Халыҡ әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡырмыҫҡа ҡанатланһа, ямғырҙар көтөлә. Беренсе ҡар бөртөктәре ергә төшөп тә, ҡырмыҫҡалар һаман иләүҙәрендә күренһә, әле генә ҡар ятмаясаҡ.
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының экологик мәғрифәтселек бүлеге “Ҡырмыҫҡа иләүе” акцияһы сиктәрендә “Аманат” журналы менән берлектә “Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ” һәм “ Урман ярҙамсылары – ҡырмыҫҡалар” исемле конкурстар иғлан итә.
“Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ” – ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләү һәм төҙөкләндереү буйынса презентация йәки видео- форматтағы отчёттар конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ.
“Урман ярҙамсылары ҡырмыҫҡалар” – рәсемдәр конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыусыларға билдәләнгән тема буйынса рәсем һүрәтләргә тәҡдим ителә. Иң яҡшы рәсемдәр “Аманат” балалар- үҫмерҙәр журналының ноябрь һанында баҫылып сығасаҡ. Авторҙарына иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау билдәләре биреләсәк.
Конкурстарҙың шарттары һәм талаптары менән www.south-ural-reserve.ru адресы буйынса ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында һәм
@southuralreserve һылтанмаһы буйынса Инстаграм һәм southuralreserve_official һылтанмаһы буйынса Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин.
Шулай уҡ, барлыҡ һорауҙар буйынса 8(34792) 7–68–11 телефонына йәки [email protected] электрон почтаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Акция 17 августан 19 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Тәбиғәтебеҙгә хатта бәләкәй генә ҡырмыҫҡа ла бик ҙур файҙа килтерә. Тәбиғәт- Әсәгә иғтибарлы булайыҡ!

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт
ҡурсаулығы методисы.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: