+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Август 2020, 17:39

Презентация эшләп, йәки рәсем төшөрөп ебәрегеҙ

Дуҫтар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙә әлеге ваҡытта “Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ” һәм “ Урман ярҙамсылары – ҡырмыҫҡалар” исемле конкурстар бара. Уларҙың шарттары менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ.

Август айында Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы “Аманат” журналы менән берлектә “Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ” һәм “ Урман ярҙамсылары – ҡырмыҫҡалар” исемле конкурстар иғлан иткәйне.
“Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ” – ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләү һәм төҙөкләндереү буйынса презентация йәки видео- форматтағы отчёттар конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ.

“Урман ярҙамсылары ҡырмыҫҡалар” – рәсемдәр конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыусыларға билдәләнгән тема буйынса рәсем һүрәтләргә тәҡдим ителә. Иң яҡшы рәсемдәр “Аманат” балалар- үҫмерҙәр журналының ноябрь һанында баҫылып сығасаҡ. Авторҙарына иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау билдәләре биреләсәк.
Конкурстарҙың шарттары һәм талаптары менән www.south-ural-reserve.ru адресы буйынса ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында һәм @southuralreserve һылтанмаһы буйынса Инстаграмда һәм https://vk.com/southuralreserve_official һылтанмаһы буйынса "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин.
Шулай уҡ, барлыҡ һорауҙар буйынса 8(34792) 7–68–11 телефонына йәки [email protected] электрон почтаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Акция 17 августан 19 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: