+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Сентябрь 2020, 19:00

"Минең шәжәрәм" конкурсына эштәр ҡабул итәбеҙ!

Уҡыу йылы башланыу менән беҙ ҙә яңы конкурс иғлан итергә булдыҡ. Уның шарттары менән беҙҙең сайтта танышырға мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн беҙгә шәжәрәгеҙҙе төҙөп, уны презентациялаған мәлегеҙҙе видеоға төшөрөп ебәрергә кәрәк буласаҡ. Миҫал өсөн "Йәйләү-2020" онлайн профилле лагерына ебәрелгән эште - Саҡмағош районының Саҡмағош ауылы ҡыҙҙары Алина һәм Эльвина Вәлиева төҙөгән шәжәрәнең фотоһын һәм видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
Видеоларҙы һәм фотоларҙы [email protected] почтаһына, "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙгә ебәрергә була.
Конкурс 2020-2021 уҡыу йылының аҙағында тамамланасаҡ. Иң оригиналь, тулы шәжәрә төҙөүселәргә журналыбыҙҙың Маҡтау билдәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр инселәнә.
Читайте нас: