+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Сентябрь 2020, 19:11

Йомро граната

Дошман һалдатының йорт эсендә темеҫкенеп йөрөүен күреп ҡалғас та, Ваня, һөрән һалып, тәҙрә янына Кирил­л бабайҙы саҡырҙы.— Бабай, күр әле, ана бер фриц һеҙ­ҙең аҙбарға инеп бара, – тине ул, уның еңенән һөйрәкләп.— Ә?.. Фрицмы? Нимә кәрәк икән тағы ул ҡәһәр һуҡҡырға?

Шулай тине лә Кирил­л ҡарт тышҡа сыҡты. Ә фриц ул арала аҙбарға ингән дә, бәйләүҙә торған һыйырҙы етәкләп алып, сығып килә. Һыйыр ҡарыша. Ул да фрицтың дошман икәнлеген аңлай, күрәһең. Мөгөҙ­ҙәре менән сөйөп ебәрергә теләп, башын сайҡай. Ә теге бәндә, уны үҙенә буйһондорорға тырышып, тимерле үксәһе менән малҡайҙы типкеләй генә.
“Ах, харап итә бит хайуанҡайҙы, – тип уйланы ҡарт. – Бөтөн күҙ терәп торғаныбыҙ шул ине. Балаларҙы ас ҡалдыра бит инде, бандит!..”
Тик нимә эшләһен инде? Немецтың муйынында – автомат, бил ҡайышына йоморо граната ҡыҫтырылған. Ҡаршылашһаң, атыр ҙа йығыр. Ундай хәлдәр ауылда аҙ булманы. Был яуыз гитлерсылар күпме кешене ҡырҙы ауылда, мал-ты­уа­рын да алып кит­те. Ҡоба һыйыр ғына, Кирил­лдарҙың ҡыуанысына, ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән-һау тора ине әле. Уны ла алып китә инде. Ни эшләйһең? Мал ҡиммәтме, йәнме?.. Ҡаршылашырға көс юҡ. Шулай ҙа Кирил­л ҡарт һыйырҙың муйынына барып йәбеште.
— Ай, пан, пан, теймә! – йәнәһе.
Фриц, күҙенең аҡтарын уйнатып, ишәк тауышы менән баҡырып ебәрҙе:
— Кит, юл бир, атам хәҙер үк!
— Найн, найн… һиңә әйтәм, шайтан, тим… Теймә… Беҙ­ҙеңсә аңламайһың шул, эт талағыры. Теймә һыйырға!
Аҙ ғына булһа ла ҡыҙғаныр тиһеңме фриц? Ҡайҙа инде… Илбаҫарҙарҙан рәхимлек көтөп буламы ни? Ҡулына эләккән малын ысҡындырмаҫ өсөн, ҡарт­ты ҡыуалап ебәрәйем тип, уң ҡулы менән автоматына йәбеште.
— Пух, пух! – тине ул, шарҡылдап көлөп. – Цурик, тыр-р-р.
Быға тиклем Ваня һүҙһеҙ-­өнһөҙ генә бер сит­тәрәк баҫып тик тора ине. Фрицтың тыңларға иҫәбе юҡлығын, хат­та ҡорал менән янауын күргәс, уның йәне түҙмәне. Шулай ҙа ул, бөтөн түҙемлеген йыйып, гитлерсылар ауылға килгәс, отоп алған аҙ-маҙ ғына һүҙ­ҙәр менән, ҡарт­ты йәл­ләтергә тырышып ҡараны.
— Гер һалдат, ярамай. Был өйҙә балалар күп. Теймәгеҙ һыйырға…
Фриц йәл­ләмәне. Киреһенсә, Ваняның да үҙенә ҡаршы төшөргә маташыуын күргәс, бөтөнләй сығырынан сыҡты.
— Ах, йолҡош сусҡа. Урыҫ сусҡаһы! – тине ул, екеренеп.
Аҡырынып ҡына туҡтаманы фриц. Һыйыр бер ҡайҙа ла китмәҫ тип, уның муйынындағы бауын кәртәгә эләктерҙе лә, бил ҡайышына ҡыҫтырылған йәшел буяулы йоморо гранатаһын ҡулына алды һәм, “бах, бах” тип үсекләй-­үсекләй, Ваня өҫтөнә ташланды. Ләкин Ваня гранатаны күреп кенә шөрләп ҡалманы шул. Ул, бер аҙым да артҡа сигенмәйенсә, ҡуңыр күҙ­ҙәрен фрицҡа төбәне. Ут кеүек яна ине ул күҙ­ҙәр. Шул тиклем тыныс, ләкин бик тә уҫал ҡарашҡа сыҙай алмайынса, фриц ҡалтыранып кит­те, күҙ­ҙәре аҡайҙы һәм, шашыуынан ни эшләгәнен үҙе лә аңламайынса, гранатаның шартлатыусы запалына ҡуйылған төймәһен тартып өҙ­ҙө. Хәҙер ни… ҡаҙ йәтәсенә оҡшап торған ике сатлы һаҡлағыс нәмәһенән бармаҡты ысҡындырырға ғына кәрәк. Шарт итеп кенә ҡаласаҡ. Ләкин фриц уны бармаҡтары менән сытырлатып ҡыҫҡан. Сөнки малай уға яҡын. Етмәһә, ул тағы ла дошманға табан бер-ике аҙым атланы. Әйҙә, ташлап ҡараһын. Хәҙер Ваня унан бер аҙым да ситкә китмәйәсәк. Ул автоматҡа тотонһа, Ваня уның үҙенә йәбешәсәк…
Хәлдең бик мөшкөл икәнлегенә һалдат шунда уҡ төшөндө. Ҡаршыһында баҫып торған, ни бары ун өс кенә йәшлек, ҡаҡса ғына кәүҙәле малай үҙен шул хәлгә төшөрөр, тип һис тә уйламағайны ул, әлбит­тә.
Ләкин ул, үҙенең үтә уңайһыҙ хәлдә ҡалыуын һиҙ­ҙерергә теләмәйенсә, йәмһеҙ итеп көлдө лә, тағы бер әшәкелек эшләргә тип, гранатаһын тотҡан килеш келәткә табан кит­те. Әмәлен тапты, йәнәһе… Гранатаны өҫтөн аҫҡа түңкәргән килеш, шул йәтәскә оҡшаған нәмәнең остарына баҫтырып, буҫаға өҫтөнә ҡуйҙы.
— Гут! – тине фриц, телен шартлатып.
Келәткә яҡын да килә алмаҫтар, йәнәһе. Ауып кит­теме – келәт­те лә пыр туҙ­ҙырыр, килеп ҡағылған кешене лә өҙгөләп ташлар.
Үҙенең был яуызлығынан үҙе ҡурҡҡандай, фриц, ырғый-ырғый, тиҙ генә ситкә кит­те. Ләкин һыйыр бәйләнгән урынында юҡ ине инде. Уны Кирилл ҡарт ҡайҙалыр алып китеп өлгөргән. Һалдат, шулай тирә-яҡҡа ҡаранған арала, Ваня ишек янына барҙы ла, гранатаны усы менән ҡаплап, сатаһын ике бармағы менән аҫтан ҡыҫып тот­то.
Үлем вәғәҙә итеп торған бындай уҫал нәмә менән шаярырға теләүсе кеше тиҙ генә табылмаҫ ине. Ә ул ҡурҡманы. Ни эшләп ҡурҡһын! Ул бит, бәләкәс булһа ла, партизан бит әле. Бындай “лимонка”­ның рәтен яҡшы белә. Гитлерсыларҙың үҙ гранаталарын үҙ­ҙәре өҫтөнә ташларға байтаҡ ҡына тура килде уға. Бына әле лә, ҡулда шундай граната булған саҡта, уға фрицтың үҙе лә әл­лә ни түгел. Эйелгәндә күҙенә төшкән сәстәрен буш ҡулы менән артҡа һыпырҙы ла, гранаталы уң ҡулын алға һуҙып, Ваня фрицҡа табан атланы.
— Мә, гранатаңды ал да табаныңды ялтырат бынан! – тине ул немецҡа етди генә.
Алыр! Эштең ҡайҙа табан барғанын һиҙмәйме ни хәҙер фриц?! Малайҙы шул тиклем үк ҡыйыу булыр тип дошман һис тә көтмәгәндер. Тәүҙә: “Ахырын уйла!” – тип екеренде, һуңынан: “Кәрәгеңде бирермен, кит бынан, баҡсаға илтеп ырғыт”, – тип ҡараны, шунан йомшара төшөп, юхалана башланы. Ә Ваня, киҙәнмәйенсә генә, уға яҡынайғандан-­яҡыная барҙы һәм, тегенең һаман да китергә йыйынмауын күргәс, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:
— Хәҙер һинең үҙеңә цурик! Ишетәһеңме, шнел цурик! Әтү капут яһайым!
Фриц, ай-вай килеп, ҡалтырана-­ҡалтырана, артына сигенде лә, ҡапҡаны сыҡҡас, инде ҡотолдом тигәндәй, артына ла әйләнеп ҡарамай, ҡурҡышынан ары йүгерҙе.
Гранатаны артынан осороп, дөмөктөрөп һалғанда ла гитлерсылар ҡулынан ҡырылған туғандары, ауылдаштары, таланған малдар, янған йорттар, күрелгән ғазап, тапалған балалығы, Тыуған иленә килгән иҫ киткес афәт хаҡына һис тә харам эш булмаҫ ине лә, әле ярамай шул. Кемдеке – Кирил­л ҡарт йорто. Бер фриц өсөн Ваняның Кирил­л бабайын бөтөн ғаиләһе менән ғазаплап үлтерәсәктәр. Үҙе лә был йүнһеҙ фриц бәләһенә батырға тейеш түгел. Уның отряд командиры ҡушып ебәргән мөһимерәк эштәре бар.
Кирил­л ҡарт был мәлдә, уға рәхмәт­тәр әйтә-әйтә, малайҙың ҡыйыулығына һоҡланып, күҙ­ҙәренән йәш мөлдөрәтеп тора ине. Ваня бабай менән тиҙ генә хушлашты ла, йоморо гранатаны ҡыҫып тотҡан килеш, ырҙын артына менеп кит­те.
Ә бер аҙ­ҙан алыҫта һаңғырау ғына шартлау тауышы ишетелде.
Ғәли ИБРАҺИМОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры,
башҡорт яҙыусыһы,
Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты,
Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм
Почет билдәһе ордендары кавалеры.
1965 йыл.
Читайте нас: