+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Октябрь 2020, 15:45

Каникул ваҡытында өйҙә тик ятмайбыҙ!

Дуҫтар, һеҙҙән көҙгө каникул осоронда "Вайн һайын" конкурсына шәп видеолар көтөп ҡалабыҙ! Иң ҡыҙыҡлы, осҡор, мәғәнәле вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла, Инстаграмдағы сәхифәлә лә донъя күрә.

"Вайн һайын" конкурсын беҙ апрель айында, дистанцион уҡыу мәлендә иғлан иткәйнек. Конкурс йәй аҙағына тиклем бара тиһәк тә, бик һүлпән барғас, уны йыл аҙағына тиклем оҙайтырға булдыҡ.
Шуға һеҙҙән уҡыуҙан буш мәлегеҙҙә - көҙгө каникулда төшөрөлгән шәп вайндар көтөп ҡалабыҙ! Иң ҡыҙыҡлы, осҡор, мәғәнәле вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла, Инстаграмдағы сәхифәлә лә донъя күрә. Уларҙың авторҙарына “Аманат”тың Маҡтау билдәләрен һәм иҫтәлекле бүләктәр инселәйбеҙ.
Йәгеҙ, кем алыҡ?
Читайте нас: