Иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө яҡынлаша. Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә, йәғни, 29 ҡырпағайҙа (ноябрҙә) билдәләнәсәк Әсәйҙәр көнөнә бағышлап, “Аманат” журналы үҙенең уҡыусылары араһында “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “ТОРМОШ ЙӘМЕ – ӘСӘЙҘӘР” тип аталған ВИДЕОКОНКУРС иғлан итә. Видеосюжетта һеҙ күңелегеҙгә ятҡан, йәки үҙегеҙ уйлап сығарған шиғырҙы яттан һөйләй, бейей, сәсмә әҫәрҙе уҡый алаһығыҙ. Ғаилә архивынан алынған сағыу фотоларҙан видеоҡотлау ҙа эшләп ебәрергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, кемдең күңеленә ниндәй жанр, йәки төр яҡын, шуны видеоролик итеп эшләп, конкурсҡа ебәрегеҙ.
Еңеүселәрҙе билдәләгәндә видеоларҙың оригиналь эшләнеше, композицияһы, шиғырҙарҙы уҡығанда автор варианты, сифаты өҫтөнлөклө буласаҡ.
30 ноябрь көнө конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре менән бүләкләнәсәк.
“Аманат”ты уҡыусы балалар” Ҡәҙерле әсәйҙәрегеҙ һеҙҙең уҡыуҙағы, тормоштағы уңыштарығыҙҙы, изге эштәрегеҙҙе күреп күреп, йылы һүҙҙәрегеҙҙе ишетеп, һәр ваҡыт тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәһен.
Балалар! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп, ғәзиз әсәйҙәребеҙҙе, өләсәй-ҡартәсәйҙәребеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ҡыуандырып алайыҡ!
Әйткәндәй, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле балалар! “Аманат”ҡа яҙылмай ҡалмағыҙ. “Аманат”лы булайыҡ!
(Түбәндәге видеоролик Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы, "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе Азамат Ҡарағоловтың эшҽ).