+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ноябрь 2020, 15:11

Икмәк булмағас, торт ашап ҡына көн күрә

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Теләүғоловтар ғаиләһе тағы бер вайн төшөрөп ебәргән. Ҡарайбыҙ, лайк ҡуябыҙ, дуҫтарға таратабыҙ!

Вайн тип юморға ҡоролған ҡыҫҡа видеороликты атайҙар. Сама менән 20 секундтан алып бер минут тирәһе ваҡытҡа һуҙылған видеола төрлө тормош ваҡиғаһы көлкөлө итеп күрһәтелә.
Вайндарҙы “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмгә ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы, осҡор вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла, Инстаграмдағы битләүҙә лә донъя күрә https://instagram.com/zhurnalamanat?igshid=uh6zn1svetzb . Уларҙың авторҙарына “Аманат”тың Маҡтау билдәләрен һәм иҫтәлекле бүләктәр инселәйбеҙ.
Видеоны смартфондың камераһына ла төшөрөп була. Унан телефонға “Vine” ҡушымтаһын ҡуйҙырып алырға һәм видеоларҙы үҙеңә кәрәккәнсә монтажларға кәрәк буласаҡ. Шуны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: кадрҙағы фонда артыҡ әйберҙәр, сит тауыштар булмаҫҡа тейеш, юғиһә, видеоның сифаты түбән буласаҡ. Тематикаһымы? Уныһы һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Әгәр ҙә "Аманат" журналы ла кадрға эләкһә, һеҙгә өҫтәмә бонус булыр.
Читайте нас: