+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Декабрь 2020, 16:12

Әсә көнө уңайынан үткәрелгән конкурс еңеүселәре иғтибарына

“Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә ойошторолған “Тормош йәме – әсәйҙәр” видеоконкурсы еңеүселәренә инселәнгән Маҡтау билдәләренең электрон варианттарын сайттан алырға мөмкин!

29 ҡырпағайҙа (ноябрҙә) билдәләнгән Әсә көнөнә бағышлап, “Аманат” журналы үҙенең уҡыусылары араһында “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “Тормош йәме – әсәйҙәр” тип аталған видеоконкурс иғлан иткәйне. Конкурста ҡатнашыусылар бихисап булып сыҡты – һанаулы ғына көн эсендә 50-нән ашыу видеосюжет килде беҙҙең төркөмгә. Айырыуса, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарынан ҡатнашыусылар күп булды.
Иң оригиналь ролик авторҙарын билдәләргә лә ваҡыт етте. Бына улар:
Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 1-се һәм 2-се синыф уҡыусылары (етәкселәре Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы Сәғитова);
Әбйәлил районының Шәрип ауылынан бер туған Алтынай, Айсулпан, Таңсулпан Хашимовалар;
Ғафури районының Н. Мәжитов исемендәге Красноусол Башҡорт гимназия-интернатының 7-се синыфында уҡыусы Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова;
Баймаҡ районының 1-се Этҡол мәктәбенең 4-се синыфы (етәкселәре Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы Хисмәтуллина);
Өфө ҡалаһы Киров районының 51-се Башҡорт балалар баҡсаһының “Йәйғор” төркөмө тәрбиәләнеүселәре (етәксеһе Шәүрә Самарбай ҡыҙы Ярмуллина);
Бөрйән районы Исламбай мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Алик Ғәлиуллин;
Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенең 5-се синыф уҡыусылары (етәкселәре Гөлфиә Сынтимер ҡыҙы Юлыева);
Ейәнсура районы Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы “Б” синыфы уҡыусылары (етәксеһе – Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева).
Еңеүселәргә “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре ебәрелә. Әлегә ошо электрон варианттағыларын компьютерҙарығыҙға, телефондарығыҙға күсерә алаһығыҙ:
Читайте нас: