+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Февраль 2021, 15:29

“Яңы уйынсыҡҡа аҡса йыям”

Тип аталған балалар онлайн-күргәҙмәһе үтте. Күргәҙмәне Башҡортостан буйынса Милли банк бүлексәһе менән “Ижтимағи электрон газета” үткәрҙеләр.

2021 йылдың 18 ғинуарынан алып 7 февралгә хәтлем үткәрелән конкурста 5-7 йәшлек балалар үҙ ҡулдары менән яһалған уйынсыҡтар онлайн-күргәҙмә үтте.
Тауыш биреү буйынса беренсе урынды Тамерлан Ялалетдинов яуланы. Икенсе урын Вадим Мөхәмәтйәновта, өсөнсө – Искәндәр Хәҡимовта.
Призлы урынды яулаған балалар Рәсәй банкының дипломы һәм финанс грамотаһы буйынса китаптар менән бүләкләнәсәк. Ҡалған ҡатнашыусыларға сертификат тапшырысаҡтар.
Читайте нас: