+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Февраль 2021, 15:28

Гәзиткә яҙылды һәм ҡар таҙартыу ҡорамалын отто

- Мин "Һаҡмар" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә яҙылдым, - тип һөйләй Зилә Ильяс ҡыҙы. - Гәзит-журналдарҙан ғүмерем буйына айырылғаным юҡ.

Әлеге ваҡытта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе - ул, моғайын, ҡар таҙартыу ҡорамалылыр ул. Ҡыш быйыл ҡар-бурандары менән һөйөндөрөп тора бит. Бына ошо бик тә кәрәкле ҡорамалды "Башҡортостан Республикаһы" Нәширәт йорто үҙенең гәзит уҡырға яратыусы дуҫтары араһында уйнатты ла инде.
Зилә Ҡотлоғужина Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында фельдшер булып эшләй. Үҙ эшен яҡшы белә, халыҡ үҙен хөрмәт итә, ярата икән. Шуға ла яратҡан фельдшерҙарының уңышы өсөн халыҡ айырыуса ҡыуанған.
- Мин "Һаҡмар" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә яҙылдым, - тип һөйләй Зилә Ильяс ҡыҙы. - Гәзит-журналдарҙан ғүмерем буйына айырылғаным юҡ. Отошҡа квитанцияларҙы ебәргәс тә онотҡайным инде. Дуҫтарым еңеүем тураһында тәүгеләрҙән булып белеп ҡалғандар ҙа, ҡотлай башланылар. Тиҫтәләгән кеше шылтыратҡас ҡына миңә ниндәй ҙур уңыш йылмайғанын аңланым. Отошто ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! - тип йылмая еңеүсе
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды ла инде. Район һәм бер республика баҫмаларына яҙылып, уйында ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәрегеҙ. Нәшриәт йорто әҙерләгән шәп бүләктәр киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙгә эләгер.
1 апрелдән 20 декабргә тиклем төп подписка кампанияһы буласаҡ. Гәзит-журналдарға яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!
Читайте нас: