+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2021, 23:42

"Аманат"ҡа яҙылып ноутбук отҡандар

Ейәнсура районынан Ваһаповтар ғаиләһе “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып ҡиммәтле бүләк отто.

Ейәнсура районы Байыш ауылынан Юлиә һәм Илнур Ваһаповтар ғаиләһе республика матбуғатынан “Аманат” балалар һәм үҫмерҙәр журналына, “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылып торалар. Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында 6-сы синыфта уҡыған ҡыҙҙары Айсулпан, Байыш мәктәбенең 4-се синыфында уҡыған Айнур һәм 6 йәшлек Гөлиәнең - "Аманат" яратҡан журналы.
“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып Ваһаповтар ғаиләһе ноутбук отто.
“Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков Ваһаповтарға көтөп алған бүләген тапшырҙы, тип хәбәр итә "Ейәнсура таңдары" гәзите.
“Еңеребеҙгә ышанып квитанцияларҙы ебәрҙек. Бик ҡыуанабыҙ! Быйыл Гөлиәбеҙ уҡырға бара, был ноутбук өс уҡыусы булған беҙҙең ғаилә өсөн бик кәрәкле әйбер”, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Юлиә.
Рәсәй почтаһы 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының башланыуын иғлан итте. Беренсе ярты йыллыҡ хаҡтары апрелгә тиклем ғәмәлдә була.
Читайте нас: