+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Март 2021, 17:09

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды!

#Әсәйемде_ҡыуандырҙым Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 март – Әсәйҙәр байрамы уңайынан “Аманат” журналы редакцияһы “Әсәйемде ҡыуандырҙым!” тип исемләнгән конкурс иғлан иткәйне.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 март – Әсәйҙәр байрамы уңайынан “Аманат” журналы редакцияһы “Әсәйемде ҡыуандырҙым!” тип исемләнгән конкурс иғлан иткәйне.
Конкурста ҡатнашыу өсөн йәш сикләүҙәре ҡуйманыҡ. Ололар ҙа, балалар ҙа берҙәй ҡатнаша алды.
Конкурстың шарттары буйынса көндәлек тормошта Әсәйегеҙҙе (әсәйегеҙ кеүек күргән яҡын кешегеҙҙе) ныҡ ҡыуандырған сағыу ваҡиғаны тасуирлап яҙырға кәрәк ине. Ундай мәлдәр әлегә булмаған булһа, байрам алдынан яҡын кешегеҙҙе тиҙерәк ҡыуандырыу сараһын күрегеҙ, тип тә өҫтәгән инек. Яҙмалар #Әсәйемде_ҡыуандырҙым
хештегы аҫтында донъя күрҙе.
Конкурста әүҙем ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Ижад емештәре менән әсәйҙәрен ҡыуандырыусы алтын ҡуллы, бай фантазиялы дуҫтарыбыҙ булыуына беҙ ҙә бик шатбыҙ!
Еңеүселәрҙең барыһына ла “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәләре тапшырыласаҡ:
Белорет районы, 2-се һанлы Инйәр урта мәктәбенең 1-се синыф уҡыусылары (етәкселәре –
Сәмсетдинова Гөлдәр Лут ҡыҙы) ошо уҡ мәктәптең 1-се синыф уҡыусыһы Мәҙинә Йәнбәковаға (уҡытыусыһы - Әлмира Мөхәмәт ҡыҙы Йәнбәкова) тырышлығы, ихласлығы өсөн;
Туймазы районының Серафимовка 3-сө мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре – Илвира Зарипова, Рәзифә Юлдашева);
Дүртөйлө ҡалаһының 12-се һанлы "Алтынсәс " балалар баҡсаһының "Бал ҡорттары" төркөмө тәрбиәләнеүселәре ( тәрбиәселәре – Хаҡова Эльвира Рифғәт ҡыҙы);
Өфө ҡалаһынан Лиана менән Амелия Минәзевалар;
Арина Биктимерова, Сибай ҡалаһының "Ҡурай " балалар баҡсаһы "Толпар" төркөмө тәрбиәләнеүсеһе.
“Аманат” журналы редакцияһы.
Читайте нас: