+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Март 2021, 14:09

“Аманат” ожмах емештәре үҫкән ергә ике путевка уйната!

#Беренсеапрель_Аманат "Аманат"тан тағы ла бер КОНКУРС!

“Аманат” ожмах емештәре үҫкән ергә ике путевка уйната!
1 апрель - Көлкө көнө яҡынлаша.
#Беренсеапрель_Аманат
1 апрель – көлкө көнө икәнен онотманығыҙмы әле, дуҫтар!
Халыҡтың 70 проценты 1 апрель көнө кемде булһа ла шаяртып, ирмәк ҡыла икән. Беҙ ҙә халыҡтан айырылмаҫҡа була көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнөн КОНКУРС иғлан итеп, күңелле генә билдәләп алырға ниәт ҡылдыҡ. Конкурсыбыҙҙың төп шарты – видеокамера алдына баҫып (ултырып торорға, китеп ятырға ла, барып ултырырға ла мөмкин), бер-беребеҙҙе шаяртыу, һыныбыҙҙы ҡатырғансы көлдөрөү өсөн, ҡыҙыҡлы көләмәстәрҙе, мажаралы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап һөйләү, видеоролик эшләп #Беренсеапрель_Аманат хештегы аҫтында үҙеңдең сәхифәһендә урынлаштырыу. Шулай уҡ һәр бер ҡатнашыусы үҙенең дуҫтарын да, дуҫтарының дуҫтарын да https://vk.com/amanatrb төркөмөндә тороуын һорарға тейеш. Видеороликтың сифаты, көләмәстең мәғәнәһе (иң мөһиме ҡыҙыҡ булыуы) һәм ошо видеоролигын мөмкин тиклем күберәк дуҫтарына репост эшләүе лә мөһим.
Эштәрегеҙҙе ебәргәндә ни бары исем-шәрифтәрегеҙҙе, ҡайһы ҡала, район, ауыл мәктәп уҡыусыһы икәнлегегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ!
Дуҫтар, ә һеҙ рәхәтләнеп бер көлөү 10 минут ғүмерҙе оҙайтҡанын белә инегеҙме? Белмәһәгеҙ, белегеҙ! Көлә-көлә, бәлки, беҙ ҙә йөҙ йәшкә етербеҙ әле, Аллаһ бойорһа! Шуға ла, әйҙәгеҙ, дәррәү генә, конкурсыбыҙҙа ҡатнашып алайыҡ!
Иң ҡыҙыҡлы видеороликтар беҙҙең amanat.rbsmi.ru сайтында һәм “Аманат”тың башҡа социаль селтәрҙәге биттәрендә урынлаштырыласаҡ. Иң яҡшы һәм ныҡ көлкөлө тип табылғаны “Аманат” журналында баҫылып сығасаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ 1 апрель яһаласаҡ. Еңеүсене банан, ҡәһүә, гранат һәм башҡа шундай ожмах емештәре үҫкән “тәмле” ергә ике путевка көтә (ә быныһы шаяртыу түгел, ысынында шулай!)!
Еңеүсегә шулай уҡ “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе лә тапшырыласаҡ.
#Беренсеапрель_Аманат хештегә аҫтында ҡыҙыҡ-мыҙыҡ эштәрегеҙҙе көтәбеҙ!
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, күмәкләшеп бер көлөп алайыҡ!
“Аманат”тар.
Читайте нас: