-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Март 2021, 18:45

«Шаяниум-2021» финалы үтте. Кемдәр еңде?

19 март Өфөлә 19-сы тапҡыр «Шаяниум-2021» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйынының финалы үтте. Быйылғы уйындар Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды.

Сараның маҡсаты – уҡыусылар араһында КВН хәрәкәтен йәнләндереү, уҡыусыларҙы милли, мәҙәни һәм йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу. Конкурс «Хәрәкәттә – бәрәкәт» темаһы буйынса ойошторолдо. Бәйгеселәр «Сәләмләү»ендә халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, физик әүҙемлекте, туризмды үҫтереүҙе дәртләндереү, әүҙем ял итеү рәүешенә булышлыҡ итеү темаларын асып һалды.
«Шаяниум-2021» еңеүселәре:
Гран-при – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының «ХХ централ» командаһы;
1-се урын – Өфө ҡалаһының 48-се лицейҙың «Сәтәкәйҙәр» командаһы;
2-се урын – Республика инженер лицей-интернатының «Башҡорттар.ру» командаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының «Кендектәр» командаһы;
3-сө урын – Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының «Рәссамдар» командаһы һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейының «Тағы ла 2» командаһы.
«Йыл асышы» номинацияһы Өфө ҡалаһының 4-се гимназияһының «Затонград» командаһы.
«Иң берҙәм команда» Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль мәктәптең «Ҡырғаяҡтар» командаһы.
Читайте нас