+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Сентябрь 2021, 11:33

Азаматтың яратҡан уҡытыусыһы

Был хатты "Аманат"ҡа  Азамат ҠАРАҒОЛОВ яҙып ебәрҙе. Азамат Бөрйән районының Байназар урта мәктәбенең 8 синыф уҡыусыһы.

Азаматтың яратҡан уҡытыусыһы
Азаматтың яратҡан уҡытыусыһы

МИНЕҢ ЯРАТҠАН УҠЫТЫУСЫМ

Һәр бер уҡыусыға үҙенең беренсе уҡытыусыһы ҡәҙерле. Миңә лә иң ҡәҙерлеһе башланғыс кластар уҡытыусыһы Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәрипова. Минең өсөн икенсе әсәй ҙә булды. Сөнки ул тәү башлап ҡәләм тоторға, хәреф танырға, матурлыҡты күрә белергә өйрәтте. Беҙгә яҡшы тәрбиә һәм төплө белем бирҙе. Һәр беребеҙҙе үҙенекеләй яҡын күреп яратты.

Әсмә Әхтәм ҡыҙы мәктәбебеҙҙә абруйлы уҡытыусы. Уны бөтәһе лә хөрмәт итә. Ул айырыуса минең һәләттәремде үҫтерергә ярҙам итте, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Шиғыр, хикәйәләр яҙырға этәргес көс булды. Уның етәкселегендә мәктәп һәм район күләмендә үткәрелгән төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашып еңеү яуланым. Мәҫәлән, тәүге оло ҡаҙанышым – район буйынса уҙғарылған “Мостай уҡыуҙары” исемле шиғыр һөйләү конкурсында видеотаҫма номинацияһында 1 урынды алыуым. Шулай уҡ “Яҡташ яҙыусылар һәм шағирҙар ижады” фәнни-ғәмәли конференцияһында лайыҡлы сығыш яһап район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләндем. Ошо һәм башҡа уңыштарым барыһы ла үҙемдең тырышлыҡ менән бер рәттән, әлбиттә Әсмә Әхтәм ҡыҙының хеҙмәт емеше.

Эйе, уның матур өлгөһөндә мин ҡанатланып уҡыйым һәм алға ынтылам. Тәүге уҡытыусыма ҙур рәхмәтлемен. Әсмә Әхтәм ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, еңел булмаған эшендә уңыштар теләйем. Уның менән сикһеҙ ғорурланам.

Уҡытыусым, һеҙгә булған ихтирам һәм һөйөү минең йөрәгемдә мәңге һаҡланасаҡ!

Азамат ҠАРАҒОЛОВ,

Байназар урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: