-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Октябрь 2021, 11:39

Ҡырпағай һылыуы

Ҡырпағай айының "Ай, һылыу" һылыуҙары менән танышайыҡ!

Ҡырпағай һылыуы
Ҡырпағай һылыуы

Азалия Ғүмерова, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан:

“Мина – 11 йаш. Бейейем, йырлайым, һүрәт төшөрәм. Буш ваҡытымда әсәйемә ярҙамлашам, һауыт-һаба, иҙән йыуып, гөлдәргә һыуҙар һибешәм. Тәмле ҡоймаҡ, бәлештәр, кекстар бешереп ғаиләмде һыйларға яратам”.

 

Аделина  Мирғәлиева, Нуриман районының Иҫкекүл ауылынан:

“Миңә – 11 йәш. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәтендә ял итеп, хозур урындарҙы фотоға төшөрөп шуларҙы йыйыу минең иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Киләсәктә билдәле фотограф булырға хыялланам”.

 

Әлфинә Мостафина, Бөрйән районының Байназар ауылынан:

“Миңә – 11 йәш. 6-сы синыфта тик “4“ һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. “Аманат” журналы үткәргән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Буш ваҡытымда әсәйемә ярҙам итәм. Өйҙә матур-матур гөлдәр үҫтерәм. Киләсәктә мин уҡытыусы булырға хыялланам. Мин көндәр буйы телефонда ултырмайым, ә китаптар уҡыйым һәм һүрәттәр төшөрәм. Күберәк саф һауала уйнарға яратам.

 

Арина Биктимирова, Сибай ҡалаһынан:

“Миңә – 6 йәш. Төрлө-төрлө конкурстарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулайым. Быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барҙым. Буш ваҡыттарымда бейергә, йырларға, шиғырҙар һөйләргә яратам. Ҙур үҫкәс уҡытыусы булырға хыялланам,” – ти һылыуҡай.

 

Наҙгөл Шәмсетдинова,Салауат районының Әлкә ауылынан:

“Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратам. Район, республика күләмендә конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайым. Быйылғы уҡыу йылында Район башлығы хакимиәте степиндиаты булдым”.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: