-13 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Декабрь 2021, 15:41

“Аманат”тың баллы батманы – Саҡмағошта!

Саҡмағош районының Үрге Аташ ауылынан Риана Биктимерова “Аманат” журналына 2021 йылдың икенсе яртыһына яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашып, баллы батман отҡайны. Ниһайәт, “Аманат” журналы Үрге Аташ ауылына барып, баллы батманды хужаһына тапшырҙы.

“Аманат”тың баллы батманы – Саҡмағошта!
“Аманат”тың баллы батманы – Саҡмағошта!

Күрше Имәнлекүл ауылы мәктәбенең алтынсы синыф уҡыусыһы Риана Биктимерова “Аманат” журналын бәләкәй генә сағынан яратып уҡый икән. Мәктәптә математика, инглиз теле, технология предметтарын айырыуса ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Алдынғы уҡыусы мәктәп тормошонда ла бик әүҙем. Спортсы. Коньки, саңғы шыуырға ярата. Уның портфолиоһында –  бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт кәлимәләре. Беҙ барған көндө, осрашыуҙан һуң, Риана район баскетбол ярышына ҡабаланды. Кисен ватсапҡа әсәһенән: “Риана уйнаған команда баскетбол ярышында өсөнсө урын яуланы!” – тигән ҡыуаныслы хәбәре килеп тә етте!

Риана район, мәктәп буйынса үткәрелгән төрлө ижади акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш буш ваҡыттарында ваҡ-төйәк ҡул эштәре менән күңел биреп шөғөлләнә. Ҡағыҙҙан, ҡатырғанан, пластиктан матур-матур әйберҙәр, уйынсыҡтар эшләй. Яңы йыл символы – ҡупшы шыршыҡай –  Биктимеровтарҙың өй түренән урын алған да инде. Шыршыны Риана, ағаһы Нияз менән бергәләп, үҙҙәре эшләгән байрам  символдары менән биҙәгән.

Бик ярҙамсыл, итәғәтле ҡыҙ йорт эштәрендә лә ата-әсәһенең уң ҡанаты. Хайуандарҙы бик ярата. Аквариумында төрлө балыҡтар үрсетә.

Әсәһе Гөлнара Тимерйән ҡыҙы Үрге Аташ ауылы мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. “Төрлө темаларҙы яҡтыртҡан “Аманат”ты дәрестә ҡулланам. Мәктәп уҡыусылары эштәрен дә редакцияға ебәреп торабыҙ. Конкурстарында ҡатнашырға тырышабыҙ,”– ти ул.

Саҡмағош тарафтарында “Аманат” журналының алдынғы, уңған, тырыш, әүҙем дуҫтарыбыҙ булыуына беҙ ҙә ҡыуандыҡ.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас