Шулай итеп, Илеш, Миәкә, Шишмә, Туймазы, Ейәнсура, Дыуан райондарынан, Сибай ҡалаһынан яҡташтарыбыҙ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙләнеү эштәрен яҡлап, "Яҡташтар", "Археология" кеүек төрлө номинацияла сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырырбыҙ.
"Ватан" конкурсын Балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм тыуған яҡты өйрәнеү федераль үҙәге үткәрә.