+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Апрель 2022, 11:48

Бүләкле булам тиһәң, гәзит-журналдарға яҙыл!

"Аманат" журналшы мөхәрририәтенән тыш "Республика Башҡортостан" нәшриәте йорто ла "Яҙыл да бүләк от!"  конкурсын үткәрә. Унда ҡатнашыу өсөн "Аманат"ҡа һәм тағы ла бер район йәки ҡала баҫмаһына яҙылып ҡиммәтле бүләктәргә эйә була алаһығыҙ.

Бүләкле булам тиһәң, гәзит-журналдарға яҙыл!
Бүләкле булам тиһәң, гәзит-журналдарға яҙыл!

Шулай уҡ баҫмаларға электрон юл менән дә, редакцияла ла яҙылыу мөмкинлеге бар.  Тик был осраҡта матбуғатты редакцияға килеп алырға тура киләсәк.

Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2022 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсермәһен "Яҙыл да бүләк от!" дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР "Республика Башҡортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса ("Яҙыл да бүләк от!" билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына 15 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк.

Бүләктәр БЮТ т елеканалының тура эфирында уйнатыласаҡ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: