+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Июнь 2022, 16:48

Иғтибар!!! Яңы конкурс!!!

Йәй – ул сәскә. Ялан-ҡырҙың Йәйғор төҫөн һайлар саҡ. Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. (Зөһрә Ҡотлогилдина.) Дуҫтар! Йәйге каникулды һеҙ нисек итеп үткәрәһегеҙ? Каникул булғас, бик күңеллелер инде. Бәйгелә йәйге ялығыҙҙың нисек үтеүе тураһында:  хикәйә, мәҡәлә,  йәки  һүрәт, фото  төшөрөп ебәрә алаһығыҙ.  Ялдар нисек үтте? Нимәләр күрҙегеҙ? Сәйәхәт иттегеҙме? Ниндәй файҙалы эштәр башҡарҙығыҙ? Әллә ауылда яттығыҙмы? Ниндәй китаптар уҡынығыҙ?  Әйҙәгеҙ, ошо матур мәлгә бағышлап беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмдә “Күңелле йәйем” тигән конкурс ойоштороп алайыҡ. Материалдарығыҙҙы беҙгә ошо һылтанма буйынса ебәрегеҙ  https://vk.com/amanatrb  Тулыраҡ сайтҡа кереп ҡарағыҙ:

Иғтибар!!! Яңы конкурс!!!
Иғтибар!!! Яңы конкурс!!!

Хикәйә-мәҡәләләр, һүрәттәр, фотолар авторҙары араһынан өс еңеүсене беҙ августың 31-е билдәләрбеҙ һәм уға Рәхмәт кәлимәһе тапшырырбыҙ.
Ә хәҙер конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ! Бер, ике, өс!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: