+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Сентябрь 2022, 06:05

КОНКУРС! “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”

“Аманат” журналы редакцияһы “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә. #конкурс_Башҡортостансәйәхәтаманат

КОНКУРС! “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”
КОНКУРС! “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”

КОНКУРС! “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”

“Аманат” журналы редакцияһы “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә.

Түҙемһеҙлек менән көтөп алған каникулыбыҙ ҙа күҙ асып, йомғансы ғына тамамланып ҡуйҙы. Күңелле ял көндәре артта ҡалды. Уйындар уйнап, хәтфә ялан-ҡырҙар гиҙеп, еләк-емеш йыйып, йылға буйҙарында рәхәтләнеп ҡыҙынып, һыу инеп, ҡоштар моңон тыңлап һәм дә мәңге хәтерҙә ҡалыр сәйәхәт ҡылып, каникулығыҙҙың иҫ киткес күңелле үтеп китеүенә һис тә шигебеҙ юҡ.

Белеүебеҙсә, тыуып-үҫкән Башҡортостаныбыҙ ял һәм сәйәхәт итеү өсөн иң уңайлы һәм иң матур ил! Республикабыҙ биләмәһендә тарихи урындар, тәбиғәт ҡомартҡылары һанап бөткөһөҙ. Ошо матурлыҡтан илһам алырға, сәйәхәт итергә яратыусы дуҫтарыбыҙ ҙа ғәләмәт күптер тигән фекерҙәбеҙ.

Сәйәхәттән алған тәьҫораттарығыҙ менән бүлешергә саҡырып, “Аманат” журналы редакцияһы “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә.

Сағыу фотолар менән байытылған яҙмаларығыҙҙы, #конкурс_Башҡортостансәйәхәтаманат хештегын ҡуйып, “Аманат” журналының “Бәйләнештәге” сайты төркөмөнә урынлаштырығыҙ.

Еңеүселәрҙе билдәләү буйынса мотлаҡ шарттар:

1) “Аманат”тың https://vk.com/amanatrb төркөмөндә торорға; 

2) мәҡәләгә күп лайыҡ йыйырға;

3) постты дуҫтарыңа һөйләргә (репост эшләргә).

“Бәйләнештәге” сайтындағы шәхси битегеҙ 29 сентябргә – конкурс тамамланған көнгәсә асыҡ булырға тейеш.

ИҢ КҮП ЛАЙЫҠ ЙЫЙҒАН МӘҠӘЛӘ ЕҢЕҮ ЯУЛАЙ!

Яҙмаларығыҙ тик Башҡортостан буйлап сәйәхәт тураһында, фотолар ҙа республика биләмәләрендә төшөрөлгән булыуы шарт. Мәҡәләләрегеҙҙең аҫтына исем-шәрифтәрегеҙҙе, район, ауыл, мәктәпте тулы итеп яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Еңеүселәр “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре менән бүләкләнәсәк. Иң яҡшылары “Аманат” журналы биттәрендә баҫыласаҡ.
Дуҫтар, гүзәл Башҡортостан буйлап сәйәхәттән алған матур тәьҫораттар менән бүлешәйек!

Конкурсҡа йомғаҡ 27 сентябрҙә яһаласаҡ.

 “Аманат” журналы мөхәрририәте.

КОНКУРС! “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”
КОНКУРС! “Башҡортостан буйлап сәйәхәтем!”
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: