+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Сентябрь 2022, 14:30

Башҡортостан буйлап сәйәхәтем

Беҙ иҫ киткес матур тәбиғәтле, бай тарихлы Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Уның тәбиғәт ҡомартҡыларын барып күреү, уның гүзәллегенә һоҡланып сәйәхәт итеү бәхете беҙҙең ғаиләгә лә тейҙе. 

Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Беҙ иҫ киткес матур тәбиғәтле, бай тарихлы Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Уның тәбиғәт ҡомартҡыларын барып күреү, уның гүзәллегенә һоҡланып сәйәхәт итеү бәхете беҙҙең ғаиләгә лә тейҙе. Беҙ мөмкинлек сыҡҡан һайын урманға походҡа барырға тырышабыҙ. Йәй көндәре яңы ерҙәргә сәйәхәткә барыу матур йолаға әйләнгән.
Был юлы беҙ күрше Белорет районында урынлашҡан Абҙаҡ ял базаһына юлландыҡ. Юлда матур тәбиғәткә һоҡландыҡ, сәйәхәтебеҙҙе машинала яңғыраған моңло йырҙар биҙәне. Барып еткәс, уның зауыҡлы итеп төҙөлөүенә хайран ҡалдыҡ. Унда ҡунаҡханалар, кафе һәм гәпханалар бик күп. Сәфәребеҙ “Аквариум” тип аталған аквапарктан башланды. Унда беҙ һыу индек. Аквапарк заманса уңайлы шарттар менән йыһазландырылған. Артабан беҙ зоопаркта ла булдыҡ. Мин йәнлектәр менән фотоға төштөм, атта һыбай йөрөнөм. Сөнки һыбай йөрөү сәләмәтлекте нығыта. Беҙгә “Абҙаҡ”та ял итеү бик ныҡ оҡшаны.
Үҙебеҙҙең Бөрйән районында Шүлгән-Таш мәмерйәһен күргәнебеҙ бар. Ә быйыл йәй Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музейы асылды. Уны күрергә беҙ Өфө ҡалаһынан килгән туғандарыбыҙ менән бергә юлландыҡ. Башта беҙ мәмерйәлә булдыҡ. Артабан музейҙы ҡараныҡ. Ул тәүтормош кешеләренең көнкүрешенән башлап беҙҙең көндәргәсә тарих хаҡында. Беҙгә милли кейемдәр, солоҡсолоҡ тураһында һөйләнеләр. Музей ҙур, бай мәғлүмәтле, киң булыуы менән һоҡландырҙы. Ағиҙелдә һыу инеп, сәйәхәттән бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.
Әбйәлил районында урынлашҡан “Динопарк”та ла булдыҡ. Унда беҙ ҙур динозаврҙан, йәнлек-ҡоштар, бөжәктәрҙең һындарын күрҙек. Улар янында фотоға төштөк. Һуңынан пляжа һыу инеү оҡшаны. Бергәләп катерҙа ла йөрөнөк.
Баймаҡ районында урынлашҡан “Талҡаҫ” күле лә беҙҙе битараф ҡалдырманы. Ул беҙҙе таҙалығы менән һоҡландырҙы. Рәхәтләнеп һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, кәмәлә йөҙөп ҡайттыҡ.
Башҡортостан йылға-күлдәргә, ҡаяларға һәм тауҙарға бай. Уларҙы күреү, тарих менән танышыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Ғаиләбеҙ менән тыуған еребеҙҙең хозур урындарын артабан да барларға ниәтләйбеҙ. Һеҙ ҙә беҙгә ҡушылығыҙ.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Мәсәғотова Ленара.
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: