+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Сентябрь 2022, 14:44

Башҡортостан буйлап сәйәхәтем

#конкурс_Башҡортостансәйәхәтаманат Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә булырға тура килде быйылғы йәйемдә.Мәғрүр атҡа атланған баһадир ,халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың да һәйкәленә һоҡландым.Ҡыуанысымдан бер башҡа үҫеп киткәндәй булдым.

Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем


Башҡортостан буйлап сәйәхәтем.
Башҡортостан-баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеген.
Р.Ураҡсина.
Башҡортостан-тыуған илем.Тыуған илемдең тәбиғәтен бик матур әкиәт донъяһына оҡшатам.Был матурлыҡты күрергә, һоҡланырға төрлө яҡтарҙан ял итергә күпләп туристар килә.
Мин дә үҙемдең йәйге каникулымды ғаиләм менән бергә файҙалы,ваҡиғаларға бай итеп үткәрҙем.
Сәйәхәтем башланып китте Әбйәлил районында урынлашҡан Яҡты күлдән.Тигеҙ яландар буйлап бара торғас, үҙенең саф,ялтырап ятҡан һыуын уратып алған мәғрүр тауҙар һаҡлап торған кеүек тойолдо.Ялдан һуң,киләһе йыл тағы ла осрашырбыҙ,тип күлем менән хушлаштым.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә булырға тура килде быйылғы йәйемдә.Мәғрүр атҡа атланған баһадир ,халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың да һәйкәленә һоҡландым.Ҡыуанысымдан бер башҡа үҫеп киткәндәй булдым.
Йәйем миңә тағы ла Бөрйән районына алып барҙы.Мин ғаиләм менән Шүлгән-таш мәмерйәһендә булдым.Бейек ҡаялар,ҡара урмандар,төпһөҙ күл,мәмерйә эсендәге борон йәшәгән кешеләрҙең таш стеналағы һүрәттәре иҫәмдә ҡалды.
Ҡайҙа ғына барһаҡ та,тыуған илемдең тәбиғәтен күҙәтеп барҙым.Һәр бер тауы,яланы,урманы,йылғалары,күлдәре үҙенә генә хас булған матурлыҡҡа,мөғжизәгә бай.
Каникулымдың һуңғы көндәрен тыуған ауылым Шығайҙа үткәрҙем.Минең ауылым-донъялағы иң матур ауылдыр ,тип уйлайым.Ауылымдың йөҙөк –ҡашы булып торған Ҡыраҡа тауы,Оҙонғор һырты,Бәләкәй түбә,Үлек өҫтө тигән атамалы ерҙәре бар.Беҙ һәр миҙгел ғаиләм менән Ҡыраҡа тауына барабыҙ.Барған һайын тауым- үҙенсәлекле,сихри,һоҡландырғыс булып күңелемдә ҡала.
Ошо иҫ китмәле бай хәтирәләргә күп булған йәйемә,ата-әсәйемә,туғандарыма рәхмәтлемен.
Шиһапова Камилә,Белорет районы Шығай урта мәктәбе 4- се класс уҡыусыһы.

Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Башҡортостан буйлап сәйәхәтем
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: