+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Октябрь 2022, 08:38

Ҡотлайбыҙ!

Уҡытыусылар көнө алдынан, 4 октябрҙә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында "Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Еңеүселәр Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды. "Аманат" журналының иң яҡын дуҫтарын, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаеваны, Белорет районы Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваны ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Уҡытыусылар көнө алдынан, 4 октябрҙә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында "Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Еңеүселәр Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды.

"Аманат" журналының иң яҡын дуҫтарын, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаеваны, Белорет районы Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваны ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Балаларҙы яратҡан, ижади эшләгән әүҙем уҡытыусыларҙы шундай юғары баҫҡыста күреүебеҙгә ихлас ҡыуанабыҙ! Йөҙҙәренән яҡты нур бөркөлөп торған, арыу-талыу белмәй, балалар күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Клара Мырҙағәле ҡыҙына, Гөлсөм Урал ҡыҙына һаулыҡ, эштәрендә артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!

“Аманат”тар.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: