+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Ноябрь 2022, 11:22

Миловка мәктәбенә бүләк – “Аманат”!

Өфө районының Миловка мәктәбендә тик “биш”ле билдәләренә генә уҡыусы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Урал Хәлитов,  “Аманат” журналына яҙылып, мәктәбенә бүләк яһаны.

Миловка мәктәбенә бүләк –  “Аманат”!
Миловка мәктәбенә бүләк – “Аманат”!

Миловка мәктәбенә бүләк –  “Аманат”!

Өфө районының Миловка мәктәбенән Урал Хәлитов тик “биш”ле билдәләренә генә уҡыусы алдынғы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусы. “Аманат” журналы менән бик бәләкәй сағынан дуҫ. Мәктәпкә уҡырға бармаҫ элек үк мәҡәләләр яҙып, шиғырҙар,әкиәттәр, хикәйәләр ижад итеп, яҙмаларын яратҡан журналына ебәреп тора. Журналдың һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтә, ентекләп уҡый. Журнал редакцияһы үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға ярата.

“Аманат”тан бер ваҡытта ла айырылмаған шәп егет Урал 2023 йылға журналға бер йылға яҙылып та ҡуйған. Мәктәптә дуҫтары ла күп уның. Шуға  күрә, дуҫтары, синыфташтары “Аманат”тан мәхрүм ҡалмаһын тип, мәктәп китапханаһына ла ярты йыллыҡ подписка бүләк иткәндәр.

Әсәһе Альбина Ринат ҡыҙы әйтеүенсә, журналға улар интернет селтәре аша, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ, онлайн яҙылған.

Урал Хәлитов “Аманат”тың “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп, квитанцияларын редакцияға ебәргән.

Афарин, Урал! Изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Уңыштар теләйбеҙ һиңә!

Миловка мәктәбенә бүләк –  “Аманат”!
Миловка мәктәбенә бүләк –  “Аманат”!
Миловка мәктәбенә бүләк –  “Аманат”!
Миловка мәктәбенә бүләк – “Аманат”!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: