+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ноябрь 2022, 14:00

“Аманат”лы осрашыу

Бөрйән районының Байназар филиалы Яуымбай мәктәбе 2023 йылда “Аманат” журналын тотош мәктәп менән уҡыясаҡ.

“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу

Быйылғы гәзит-журналға яҙылыу кампанияһында Яуымбай мәктәбе республикала беренселәрҙән булып, БӨТӨН МӘКТӘП МЕНӘН “АМАНАТ” ЖУРНАЛЫНА ЯҘЫЛДЫ. Район буйынса “Таң ” гәзитенә лә дәррәү яҙылыусы – Яуымбай мәктәбе коллективы! АФАРИН, ЯУЫМБАЙҘАР!

Был ҡыуаныслы ваҡиғаны уртаҡлашырға тип, оҙон юлға сыҡтыҡ. Сөнки “Аманат”тың шәп традицияһы бар: ТОТОШ МӘКТӘП МЕНӘН ЯҘЫЛЫУСЫ УҠЫУСЫЛАРҒА “АМАНАТ”ЛЫ ДИСКОТЕКА-КОНЦЕРТ, ҺӘР СИНЫФҠА – МАҠТАУ БИЛДӘЛӘРЕ, СИНЫФ ЕТӘКСЕҺЕНӘ (ОЙОШТОРОУСЫҒА) – РӘХМӘТ КӘЛИМӘҺЕ, МӘКТӘПКӘ – “АМАНАТ” ЛЫ СТЕНА СӘҒӘТЕ ТАПШЫРЫЛА!

“Аманат”тарҙы күркәм Яуымбай мәктәбе йылы сәләмләне. Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев, Яуымбай мәктәбе етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Закирова, етәксе урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.

Танышыу бай экспонаттар тупланған мәктәп музейынан башланды. Зилә Марат ҡыҙы һөйләүенсә, был музейҙы РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы-этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер, мәктәп уҡытыусыһы Муллағолов Марат Ғизетдин улы хөрмәтенә, уның ижадына бағышлағандар. Музейҙа һаҡланған экспонаттар ҙа уның үҙенең, уҡыусыларының ҡул эше.

Тантана залы “Аманат”ты сәләмләгән плакаттар, шарҙар, гөл-сәскәләр менән ҡупшы биҙәлгән. Уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, “Аманат”тар –  барыбыҙ ҙа байрамса күтәренке кәйефтә. Тулҡынландырғыс осрашыу мәлдәре...

 Йәмил Ишбулды улы, сараны тантаналы асып,  “Аманат”тан айырылмай, бөйөк телебеҙҙе һаҡлап, ҡәҙерләп йәшәү, уны киләһе быуындарға тапшырыу ҙа йәш быуындың бурысы булыуын, туған теле менән ғорурланып йәшәгән кеше генә, hис шикһеҙ, бәхетле кеше булыуын әйтеп үтте.

“Аманат”тың Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре мәктәптең 1-9 синыфтарына, барлыҡ синыф етәкселәренә тапшырылды. Быйылғы яҙылыу кампанияһында республикала беренселәрҙән булып, “Аманат”ты мәктәп менән яҙылыусы Яуымбай мәктәбе “АМАНАТ”ЛЫ СӘҒӘТКӘ ЛАЙЫҠ БУЛДЫ! Бөйөк мәғрифәтсе-сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым уҡыу кәрәк!” тигән ялҡынлы һүҙҙәре яҙылған “Аманат”лы сәғәт уҡыусыларҙы һәр иртә сәләмләп, белемгә дәртләндереп торор тигән изге теләктәрҙә булдыҡ.

Сараның түҙемһеҙләнеп көткән музыкаль өлөшө башланып китте. “Аманат”тың йондоҙо, һәләтле йырсы, йырҙар авторы Илнар Ғәниев уҡыусыларға онотолмаҫ йырлы-бейеүле концерт-дискотека бүләк итте. Әйткәндәй, Илнар Ғәниев “Юлдаш Плюс” Милли йәштәр фестивалендә һайлап алыу турын уңышлы үтеп, финалға сыҡты. Фестивалдең гала-концерты 22 декабрҙә “Торатау” Конгресс-холында” үтәсәк. Еңеүселәр билдәләнәсәк. Илнарға уҡыуында уңыштар, ә “Юлдаш Плюс” Милли йәштәр фестивалендә ЕҢЕҮСЕ булыуын теләйбеҙ!

Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусылары менән киләсәктә осрашып, хат-хәбәрләшеп торорға хушлаштыҡ.

Яуымбай мәктәбенән фоторепортаж. https://vk.com/album-41010454_286588595

 

 

“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
Автор:аманат
Читайте нас: