+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Декабрь 2022, 14:22

Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”

Айыт мәктәбендә Башҡорт халҡының данлыҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы һәм алдынғы фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 191 йыл тулыу айҡанлы шиғриәт бәйгеһе гөрләп үтте.

Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”

Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәле, күркәм урындарының береһе ул Бишбүләк районының Айыт ауылы. Башҡорт әҙәбиәтенә һәләтле шәхестәр бүләк иткән төбәк тә ул. Башҡорт шағиры, милли хәрәкәт яугиры Ярлы Кәрим республикабыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес. Уның ҡустыһы Фәтих Кәрим милли әҙәбиәтебеҙгә ҙур өлөш индергән талантлы әҙип. Улар ошо бәрәкәтле ерҙә – Айыт ауылында тыуып-үҫкән.

Кәримовтарҙың изге рухы фатиха биргәнгәлер, Айыт мәктәбендә әҙәбиәтте ихлас яратҡан уҡытыусылар эшләй, уҡыусылар тәрбиәләнә. Башҡорт халҡының данлыҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы һәм алдынғы фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 191 йыл тулыу айҡанлы белем усағында гөрләп уҙған шиғриәт бәйгеһе быға көслө дәлил.

Сарала Айыт, Ҡаныҡай, Йылболаҡтамаҡ мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Балалар Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын тасуири һөйләне. Милли кейемдә сәхнәгә сыҡҡан һәр уҡыусының илһамланып, шиғыр уҡыуы үҙенсәлекле, сағыу тамаша булды. Башҡорт теле уҡытыусылары: Айыт мәктәбенән Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова, Гөлдәр Миңнебай ҡыҙы Хисмәтова, Ҡаныҡайҙан Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова, Йылболаҡтамаҡтан Ильфина Рәйес ҡыҙы Кинйәбаева балаларҙы ҙур бәйгеләргә дәртләндереүсе етәкселәр.

Айыт мәктәбе  ҡыҙҙары байрамға йәм өҫтәп, “Әхирәттәр” тип исемләнгән бейеү башҡарҙы (етәксеһе Роза Рәйес ҡыҙы Нафиҡова).

Артабан, байрамдың музыкаль өлөшөн “Аманат”тың йондоҙо, һәләтле йырсы, “Юлдаш плюс” милли йәштәр фестивале еңеүсеһе, Илнар Ғәниев үҙенең моңло йырҙары менән дауам итте.

Уҡыусыларға Илнарҙың дәртле йырҙары һәм дә “Аманат”лы дискотека бик тә оҡшап ҡалды.

Шулай итеп, Бишбүләк районында “Аҡмулла уҡыуҙары”ның йыл да үткәрелеүе матур йолаға әүерелдергән. Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы “Мең ырыуы” төбәк–ара йәмәғәт ойошмаһы бындай ярыштарҙы уҙғарыуҙа спонсор булып тора.  

Сәсән–шағир Мифтахетдин Аҡмулланың исеме Айыт ауылы мәсетенә бирелеүе ауыл халҡы өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс булды. “Аҡмулла уҡыуҙары” шиғриәт бәйгеһен дауам итеп, уҡыусылар ауыл мәсетенә юлланды.  Бында Ҡаныҡай, Бикҡол, Айыт мәктәбе егеттәре аҙан әйтеп,Ҡөръән сүрәләре уҡыны, ә ҡыҙҙар мөнәжәт, салауаттар әйтте.

Мәсеткә даими йөрөгән балаларға «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймарҙанов “исемле”, ҡупшы шахмат таҡтаһы тапшырҙы. Ололарҙың барыһы ла балаларға иманлы, хәйерле-бәрәкәтле, бәхетле ғүмер теләп, изге теләктәрен еткерҙе.


Киләсәктә лә башҡортобоҙҙоң мең ырыуы вәкилдәре Ярлы Кәрим менән Фәтих Кәримдең, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың васыятына тоғро ҡалып, уларҙың рухын шатландырып, ижади эшләргә, дәртләнеп уҡырға, гөрләтеп шиғриәт байрамдары үткәреп торорға яҙһын!

 

Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Айытта – “Аҡмулла уҡыуҙары”
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: