+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Декабрь 2022, 12:00

"Аманат"лы булдыҡ!

Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенең 2 синыф уҡыусылары яратҡан "Аманат"тарынан айырылмай. Улар бөтөн синыф менән журналды уҡый! Афарин 2-селәр!

"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы!  Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенең 2 синыф уҡыусылары яҙа. Синыфыбыҙҙа барлығы 13 уҡыусы: 5 ҡыҙ һәм 8 малай.  

2023 йылдың беренсе ярты йыллығына барыбыҙ ҙа яратҡан "Аманат" журналына яҙылып та ҡуйҙыҡ. Синыф етәксебеҙ Гүзәл Байрам ҡыҙы Йәмилхина ла журналдың әллә ҡасанғы дуҫы. Бала саҡтан алдырып, “Аманат” “Пионер” булып сыҡҡан ваҡыттан уҡып килә. Быйыл да беҙҙең менән бергә яҙылды. Һәр дәрес башында журналдың оҡшаған урынын бишәр минут гөжләп, уҡыу ойошторабыҙ. Шуға ла беҙҙең парталарыбыҙҙа “Аманат”  журналы әсбап урынына ята. Оҡшаған шиғырҙарҙы тиҙ генә ятлап алабыҙ. Хикәйәләр буйынса фекер алышабыҙ. Һүрәттәрен ҡарайбыҙ. Кроссвордтарын сисәбеҙ.

Журналда эшләүсе апай-ағайҙарға ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ! Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!  

 

"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!
"Аманат"лы булдыҡ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Теги:әбй
Читайте нас: