Һыуығай һылыуы
“Аманат” журналының һыуығай һылыуы билдәле булды.
“Һыуығай һылыуы”на декабрь айы буйына барған тауыш биреү тамамланды. Шулай итеп, еңеүсе ҡыҙыбыҙҙың исемен иғлан итәбеҙ. Ул да булһа, Ишембай районының Ҡолғона ауылынан Наҙгөл Ғөбәйҙуллина.
Наҙгөл 2-се синыфта тик яҡшы билдәләренә генә уҡый. Һүрәт төшөрөргә, шиғыр ятларға, бейергә, китап уҡырға ярата.
Шаян, аҡыллы ҡыҙ әсәһенең ярҙамсыһы. Атаһының махсус операциянан ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Афарин, Наҙгөл! Еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Уңыштар һиңә һәр саҡ йылмайып торһон! Яҡындарың имен-һау булһын. Гел ҡыуанып йәшә.
“Ай, һылыу!”конкурсы артабан дауам итә.
Ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Барығыҙҙы ла конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
“Аманат”тар.