

Ғафури районының Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары менән kанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатында “Тағараҡ” экологик акцияһы үткәрҙек. Балалар ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләне. Ҡоштар өсөн был үҙенсәлеке “ашхана”ға төрлө ем һалып, кемдер - үҙ йорто алдына, кемдәрҙер мәктәп баҡсаһындағы ағастарға элде. Акцияла ҡатнашыусы уҡыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм!
Фәнилә ИДРИСОВА.