

Ҡыш көнө күп ҡоштарға аҙыҡ табыу ауырлаша. Өфө ҡалаһының 75-се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатынан бик күп эштәр эшләнә. Ата-әсәләр һәм балалар өйҙән тағараҡтар эшләп алып килделәр. Беҙ уларҙы үҙебеҙҙең уйын майҙансығында үҫкән ағастарға элеп ем һалдыҡ. Тышҡа сыҡҡан һайын балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡоштарҙы ашата.
9-сы "Ҡояшҡай" мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары ла был изге эштән ситтә ҡалманы, ҡоштарға ауыр ваҡытта ярҙам итеү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.