

Йылайыр районы Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 3 - сө класс уҡыусыһы Атанбаева Сафия Рәил ҡыҙы
Сафияларҙың өйө урман эргәһендә урынлашҡан. «Тәбиғәтте өйрәнеү” дәресендә ҡыш көнө ҡоштарға аҙыҡ табыуы ҡыйынлашыуы тураһында ишеткәс тә, Сафия, ата-әсәһе менән тағараҡ эшләп, өйҙәре эргәһендәге урманға алып барып элеп тә ҡуйған. Ҡоштарҙы йәлеп итеү өсөн, тағараҡҡа ағастан турғайҙар һынын да эшләп ултыртҡандар.
Тағараҡ элдек ағасҡа
Биш, алты, һигеҙ, туғыҙ.
Һыйланығыҙ, ҡошҡайҙарым,
Ҡышты имен сығығыҙ! -тип йылмайып тора Сафия.