Тышлыҡтың беренсе битен Ауырғазы районының Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, Ватаныбыҙҙың буласаҡ һаҡлаусыһы, мәргән уҡсы Батырхан Ғайсин биҙәй (уның һәм “Меркет уҡсылары” (Меркет ырыуы исеменән алынған) түңәрәге тураһында 4-се биттә уҡырһығыҙ).
Журналдың шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр конкурсы йыл әйләнәһенә бара.Республикабыҙҙың һәр тарафынан килгән уҡыусыларҙың ижад эштәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа февраль айында 89 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Исеме лә, есеме Мортаза олатайға оҡшаш булһын тип, МОРТАЗА исеме бирелгән балалар республикабыҙҙа күп кенә. Мортазалар менән “Аманат” таныштыра.
Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге синыфтар тәүге тапҡыр 2020 йылда республиканың өс мәктәбендә генә асыла. Хәҙер уларҙың һаны 79-ға етте. Буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар тураһында “Илһөйәрҙәр беҙҙә үҫә” мәҡәләһе бәйән итә.
Рәлис Ураҙғоловтың дауамлы повесы “ветеринар” Йәмил менән “ботаник Гөлназдың” мажараларын һөйләй.
“Аманат”журналының әүҙем авторы Алһыу Хәлитованың “Командировка” хикәйәһе лә барығыҙға ла оҡшар тип ышанабыҙ.
Кем ул Ҡарабай? Был псевдоним нисек барлыҡҡа килгән? Өфө команда йылға училищеһында бер йыл уҡыған егет, һөнәре бөтөнләй уныҡы булмауын аңлап ҡала. Икенсе йылына уҡ Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. “Юлдаш+”та “Йыл асышы” номинанты Ҡарабай менән һеҙҙе шаҡай һаны таныштыра.
Һыуыҡ көндәрҙә, Күк йөҙөнә ҡарап кем генә матурлыҡҡа һоҡланмай икән. Гало, ялған ҡояштар һәм башҡа оптик күренештәрҙең дә шаһиты булдыҡ. Был мөғжизәләрҙе күҙгә күренер-күренмәҫ боҙ кристалдары – туңған һыу тамсылары барлыҡҡа килтерә икән. Гало – яҡты түңәрәк – ҡасан барлыҡҡа килә? Көнъяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы Азамат Байрамғәлин ағайығыҙҙың мәҡәләһе һеҙгә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыр.
Республикала йәшәгән барлыҡ ҡыҙҙарҙы ла “Ай, һылыу!” конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. “Аманат”тың февраль айы һылыуҡайҙары кемдәр? Журналды ҡулығыҙға алғас, улар тураһында уҡып белерһегеҙ.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатына – 80 йыл тулды. Исемдәре Башҡортостанға ғына түгел, бөтөн донъяға билдәле шәхестәр уҡып сыҡҡан был уҡыу йортонда. Әлеге мәлдә 300-ҙән ашыу һәләтле бала төп дөйөм белемдән тыш музыкаль белемгә эйә була. Гимназияның музыкаль тормошо, тарихы, уңыштары, маҡсаттары тураһында Гүзәл Хоҙайбирҙина яҙған.
Йыл дауамында барған фото һәм һүрәттәр конкурсына килгән эштәр менән дә яҡындан танышырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Кроссворд, буяма-антистресс, “Мөғжизәле донъя”, “Хат-хәбәр”, “Аманат”оҫтаханаһы” рубрикалары ла һеҙҙең буш ваҡытығыҙҙы файҙалы уҙғарырға, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупларға ярҙам итер тип уйлайбыҙ.
“Аманат”ты алдырыу бер ваҡытта ла һуң түгел, дуҫтар! Февралдең 20-нә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, март айынан башлап “Аманат” һеҙ йәшәгән адресҡа килеп тә етәсәк.
Әлеге мәлдә “Аманат” журналының сайтында https://amanat.su/articles/godpoleznihdel/2023-02-13/i-tibar-r-ya-y-konkurs-3140902 өр-яңы конкурс иғлан ителде. Ул 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнөнә арналды.
Amanatrb төркөмөндә " Ҡоштарға – тағараҡтар" конкурсы дауам итә.
8-се март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә лә ижади конкурс көтөлә.
Беҙҙең https://vk.com/amanatrb төркөмөбөҙҙө, https://amanat.su сайтын ҡарап барығыҙ!
Конкурстарыбыҙҙа ҡатнашығыҙ.
“Аманат” менән бергә еңеүҙәр яулағыҙ, дуҫтар!