+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Февраль 2023, 13:20

Ләйсән “Аманат”тың төп призын отто!

2023 йылға “Аманат”ҡа яҙылып, ошо уҡ конкурста ҡатнашып, төп приз – велосипед отто!

Ләйсән “Аманат”тың төп призын отто!
Ләйсән “Аманат”тың төп призын отто!

Ләйсән “Аманат”тың төп призын отто!

Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан Ләйсән Шәһиева “Аманат” журналын бик бәләкәйҙән алдырып уҡый. Йылына ике тапҡыр үткәрелгән “Яҙыл да бүләк от!” бәйгеһендә лә әүҙем ҡатнаша. Даланлы ҡыҙ “Аманат”тың фирма сәғәтен дә, компьютерын да отҡан кеше. Тағы ла уңыш йылмайҙы уға: 2023 йылға “Аманат”ҡа яҙылып, ошо уҡ конкурста ҡатнашып, төп приз – велосипед отто!

Ләйсән, Иҫке Күл мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлап, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының беренсе курсында уҡып йөрөй. Шулай булһа ла, “Аманат”тан бер ваҡытта ла айырылғаны юҡ. Призын алырға тип редакцияға үҙе үк килеп инде.

“Аманат”ты алдырып уҡығыҙ. Минең кеүек үк күп итеп приздар отоғоҙ! – ти, ул журналды яратыусы дуҫтарына.

 

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: