

Ҡоштар тәбиғәтең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Улар тәбиғәтебеҙгә матурлыҡ өҫтәй. Ҡышҡы һыуыҡта уларға аҙыҡ табыуы бик ҡыйын. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙамға мохтаж булғанда ,беҙҙә ситтә ҡалмай, атай-әсәйҙәребеҙ менән бергәләп бына ниндәй матур тағараҡтар эшләп элеп ҡуйҙыҡ.Һәр береһенең тағараҡтары шундай матур, күңел йылыһы биреп эшләнгән. "Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ, ашатайыҡ" акцияһында балалар, ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнаштылар, афариндар!
Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ,
Ҡыш килһә асыға.
Бойоға күгәрсен,
Турғай ҙа елкенеп,
Ем эҙләй күрәһең.
Һаҡлайыҡ уларҙы,
Үлемдән, бәләнән.
Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһының, күбәләктәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре.
Тәрбиәсеһе:Әүәлбаева К. Ғ