+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Февраль 2023, 14:11

Муллаҡайҙа ижади осрашыу

Башҡорт теле көнө айҡанлы "Аманат" журналы үткәргән конкурс еңеүсеһе, 5- се синыф уҡыусыһы, Ғәзим Вәхитовҡа (етәксеһе башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Мәжит ҡыҙы Ишемова) журнал редакцияһы ебәргән Маҡтау ҡағыҙын тапшырылды.

Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Муллаҡайҙа ижади осрашыу

Муллаҡайҙа ижади осрашыу

Бөгөн Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбендә районыбыҙҙың күренекле шәхесе, шағирә Айгөл Ишемғужина, район китапханаһы янында ойошторолған мәктәбебеҙҙең "Игебай мәктәбе" йәш хәбәрселәр түңәрәге ағзалары менән осрашыу ойошторҙо. Осрашыу бик йәнле, матур барҙы. Юлай Мәҡсүтов исемендәге журналистар конкурсында ҡатнашыусы Фидәлиә һәм Ғаяз Ураҙгилдиндар үҙҙәренең мәҡәләләре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Шулай уҡ Башҡорт теле көнө айҡанлы "Аманат" журналы үткәргән конкурс еңеүсеһе 5-се синыф уҡыусыһы Ғәзим Вәхитовҡа (етәксеһе башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Мәжит ҡыҙы Ишемова) журнал редакцияһы ебәргән Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.

Байрам сараһында Айгөл Рамаҙан ҡыҙы ҡыусыларға ижад ҡомарҙарының тағы ла нығыраҡ артыуын, уңыштар теләне!

Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Муллаҡайҙа ижади осрашыу
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: