Конкурсҡа хәрби-патриотик темаһына уҡыусыларҙың үҙҙәре ижад иткән яҙма эштәрен ҡабул иттек.
Барлыҡ эштәрҙе лә #Нимә_Ул_Батырлыҡ хештегы аҫтында уҡырға була.
“Нимә ул батырлыҡ?” конкурсы еңеүселәре:
Таһир Рәхимов, Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
Элиза Сөләймәнова, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы;
Ислам Ғәлиуллин, Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
Разалия Кирилова, Туймазы районы Серафим ауылының 3-сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы.
Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға ижади үрҙәр, яҡты киләсәк теләп ҡалабыҙ!
Конкурс еңеүселәренең барыһына ла “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәләре ебәреләсәк. Был эштәр алдағы һандарҙа “Аманат”журналы
биттәрендә донъя күрәсәк. Журналдың һәр һанын күҙәтеп барығыҙ, дуҫтар!
“Аманат”тар.