+8 °С
Облачно
Конкурстар
7 Марта 2023, 05:32

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Хәйбулла районы 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 2б класс уҡыусыһы Әхмәтова Камилла баҡсаға тағараҡ элеп ҡоштарҙы ашатып торорға онотмай. Ҡоштар тураһында шиғыр ҙа ижад итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Хәйбулла районы 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 2б класс уҡыусыһы Әхмәтова Камилла баҡсаға тағараҡ элеп ҡоштарҙы ашатып торорға онотмай.

Ҡоштар тураһында шиғыр ҙа ижад итте.

Сырҡ-сырҡ килә турғайҙарым,
Ни булды бөгөн һеҙгә?
«Әйҙә,уйнайыҡсы”,-тиеп
Саҡыралармы ергә?
Юҡ,уларҙың йырҙары тик
Һиҫкәндерҙе мине бик.
Турғайҙарым асыҡҡандар,
Һибәйем әле ем дә.
Ҡанаттарын иркен йәйеп
Ҡоштарым ҡунаҡ булды.
Усымдағы көнбағыш та
Бер минутта юҡ булды.
Килегеҙ әле, ҡоштарым,
Һыйлармын һеҙҙе көн дә.
Минең яҡын дуҫҡайҙарым
Осоғоҙ тыныс илдә!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас