Матур исемле яғымлы ҡыҙ Йомагөл
Учалы районы Абҙаҡ урта мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Йомагөл Әхмәтшина уҡыу алдынғыһы, төрлө кимәлдә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусы.
“АМАНАТ” журналын яратып уҡый. Журналдың төрлө ижади конкурстарында әүҙем ҡатнашып тора. Яңыраҡ ҡына Рамаҙан айына бағышланған сүрәләр, аяттар һөйләү конкурсында еңеп, “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһенә һәм дә бик шәп бүләгенә лайыҡ булды!
Тәрбиә башы ғаиләнән башлана. Йомагөл күп балалы, татыу, дини ҡарашлы ғаиләлә тәрбиәләнә.
Әнисә Кирәйева-Зарипова