-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Июнь 2023, 11:21

“Аманат”тың дуҫтарына – йомаҡ ҡоябыҙ!

“Аманат” журналы Гөлнур ЯҠУПОВАның ижадынан алынған ЙОМАҠТАР КОНКУРСЫ иғлан итә!

“Аманат”тың дуҫтарына – йомаҡ ҡоябыҙ!
“Аманат”тың дуҫтарына – йомаҡ ҡоябыҙ!

Бөгөн “Аманат” журналында ҡунаҡта шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, "Тәбиғәт йәне" Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ЯҠУПОВА.

Быйылғы йыл яратҡан әҙибәбеҙҙең юбилей йылы. Ошо матур сара алдынан “Аманат” журналы Гөлнур ЯҠУПОВАның ижадынан алынған ЙОМАҠТАР КОНКУРСЫ иғлан итә!


ЕҢЕҮСЕЛӘРГӘ БҮЛӘККӘ – Гөлнур апайҙың башҡорт һәм урыҫ телендә сыҡҡан “Тәбиғәттә ҡунаҡта” китабы,  "Аманат" журналының рәхмәт кәлимәләре.

Конкурсҡа йомғаҡты 15 июнь тамамлайбыҙ.

Йә, кем тиҙерәк, кем отҡорораҡ?!.

Конкурстың шарты ябай ғына: https://vk.com/amanatrb төркөмөнә яҙылып, ошо яҙмаға репост яһарға. Яуаптарҙы ошо яҙма аҫтына комментарий итеп яҙырға.

 

Жюри етәксеһе – Гөлнур ЯҠУПОВА үҙе үк ҡарап барасаҡ.

“Аманат” журналы мөхәрририәте. 

 

ЙОМАҠТАР
...
Йомро ғына, йомшаҡ,
Аяҡлы йомғаҡ,
Мамыҡлы лепкә,
Тәгәрләй ....
***

...
Сырҡ-сырҡ килә, пырылдай,
Үҙенсә шулай йырлай.
Саҡыра: сыҡ-сыҡ,
Һикерә ....
***

...
Бәләкәс кенә үҙе,
Сыҡҡан булған мөгөҙө,
Уйнап туймай тәгәрләс,
Дүрт аяҡлы тәгәрмәс?
Күргәнем бар, был - ...!

***
Әсәй әйтә бер йомаҡ:
Йомшаҡ ҡына, тумалаҡ,
Аҡ мейескә инеп ята
Йомро-йомро йомарлаҡ.

Ҡояш кеүек балҡып тора,
Түп-түңәрәк, тәмлекәй,
Өҫтәлеңә ҡуйһаң уны,
Өйөң була йәмлекәй.

Беләбеҙ бит, әсәкәй!
Беҙ итәбеҙ сәпәкәй:
Йомро-йомро йомарлаҡ
Ул ҡәҙерле ....


***
Килештереп, мауығып,
Әпәүләп уйнай ҡурсаҡ,
Ҡарап тороуы ҡыҙыҡ:
Әсәй буласаҡ бер саҡ,
Әлегә кескәй ....
***
Бөрсөк – бөрсөк хазина
Бикләнмәгән йоҙаҡҡа,
Көҙгә тиклем һаҡларға
Йомдоролған ҡуҙаҡҡа,
Йомро–йомро йоморсаҡ
Ҡойолдо унан бер саҡ –
Туптыр–туптыр йор ....
***
Ҡыйыҡта кем ул, ни ул:
Тып-тып, тап-тап,
Ҡыйыҡ ҡалайы ҡапылдай,
Ҡып-ҡып, ҡап- ҡап.

Ҡыйыҡта кем ул, ни ул:
Шуҡ-шуҡ, туҡ-туҡ,
Унан да оҫта бейеүсе
Юҡ-юҡ, юҡ-юҡ.

Ҡыйыҡта кем ул, ни ул:
Тағыр – тоғор?
Ҡыйыҡ ҡалайы ҡарышмай:
Яуғыр, ...!


Ай ҡыҙының көйәнтәһе
Эленгән күктә, йә күр!
Ете төҫкә буялған,
Көйәнтә, тиһәм, ...!
***
Ҡышҡы туны аҡ ҡына,
Кейеп йөрөй һаҡ ҡына,
Яҙ алмаштырған тунын,
Әллә был ҡыҙыҡ уйын?
Тал көсөгө уянды,
Таныманы ....
***
Ишек төбөндә
Һағалап тора,
Тәҙрә егенән
Ул тынын өрә,
Тышта ла миңә
Эйәреп йөрөй,
Толомдо һүтә,
Шаяра юрый,
Ҡулы күренмәй,
Ә һин уйлай бел:
Йәшенеп кенә
Шулай уйнай ....
***
Мин һине беләм, тигәйнем,
Мин дә һине беләм, ти,
Һәр һүҙемде ҡабатлай,
Гүйә эргәмдән атлай...
Тауҙа шаңҡый – даумы дау,
Тауышы шанлы ....

***
Үҙе йомоҡ,
Үҙе йомаҡ,
Тыштан бикле,
Эстән шикле:
Асмы икән,
Туҡмы икән –
Был сер кеүек,
Ул – ....

***
Күл ситенә сәнселгән,
Әллә инде сәселгән
Йәшел хәнйәр күргәндәр –
Үткер ҡырлы ....
***
Тәртип боҙған бер малай
Балтырын ыуып илай,
Тәҙрәгә ул таш атҡан,
Быялаһын, ти, ватҡан.
Бер әйткән, ике-өс әйткән,
Өләсәй күп киҫәткән,
Ахыр сиктә балтырына
Эләктергән ....
***
Тажы бар – батша,
Тажын һалдырһаң,
Өзләп илата,
Йырлап йыуата.
Зарыңды һорай,
Ул моңло ....

(Был йомаҡтарҙы балалар өсөн ҡойҙоҡ. Яуапты ла улар бирһен!)

“Аманат”тың дуҫтарына – йомаҡ ҡоябыҙ!
“Аманат”тың дуҫтарына – йомаҡ ҡоябыҙ!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас